Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Май 2019, 17:16

Республика һау-сәләмәт булһын!

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. 22 күсмә медицина модуле – биш автопоезд республиканың төрлө райондарына юл алды.

Кампания барышында 20 меңдән ашыу кеше тикшереү үткән. 31 меңгә яҡын медицина тикшеренеүенең 1,5 меңе – маммография, 11 меңе флюорография.

Акция сиктәрендә башҡарылған хеҙмәт 81 социаль әһәмиәттәге ауырыуҙы асыҡларға ярҙам иткән. Улар араһында 56 яман шешкә шик осрағы, 20 шәкәр диабеты, 1021 юғары ҡан баҫымы, 5 туберкулез, бер киҫкен миокард осрағы.

Пациенттарҙың бер өлөшө өҫтәмә тикшереү үтергә, бер өлөшө стационарҙа дауаланырға ебәрелгән, ҡалғандарға кәңәштәр бирелгән.

Шишмә, Благовар, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури райондарында иң күп яман шешкә шик осраҡтары асыҡланған.

Автопоездарҙың эш барышында беренсе тапҡыр асыҡланған шәкәр диабетының 20 осрағы теркәлгән, уларҙың 12һе - Нефтекама маршруты буйынса.Шул уҡ маршрутта иң күп юғары ҡан баҫымы осраҡтары ла – 420 кеше. 350 осраҡ - Стәрлетамаҡ, 100 осраҡ Дыуан маршруттарында.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 10 октябргә тиклем дауам итәсәк. Ул ауыл халҡына медицина ярҙамын мөмкин итеү һәм күберәк кешене диспансерлауға йәлеп итеү маҡсатынан ойошторола.
Читайте нас: