Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2019, 09:05

1 июлдән Берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә

Башҡортостанда 1 июлдән Берҙәм транспорт картаһы индереү ҡарала. Уны ҡала йәмәғәт транспортында һәм Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта ҡала яны маршруттарында ҡуллана башлаясаҡтар.

Шул ваҡытҡа тиклем халыҡты хеҙмәтләндергән барлыҡ 6200 автобусты ла терминалдар менән йыһазландырыу ҡаралған.

“Әле Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында дүрт дәүләт һәм муниципаль ташыусы ошондай терминалдар менән тәьмин ителгән. Хәҙер шундай хеҙмәт күрһәткән шәхси предприятиеларҙы ла эшкә йәлеп итеү бурысы тора”, – тип белдерҙе Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.

Берҙәм карта йәмәғәт транспортында түләү өсөн уңайлыҡ ҡына тыуҙырасаҡ. Уның ярҙамында терминал менән йыһазландырылған барлыҡ төр йәмәғәт транспортында ла, шулай уҡ шәхси ташыусыларҙа ла иҫәпләшергә мөмкин. Берҙәм картаны файҙаланғандар өсөн түбән хаҡ ҡуйылған, оҙайлы ваҡытҡа алғандар өсөн тағы ла өҫтәмә ташлама ҡаралған.

Бындай карталар “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә, “Өфө-матбуғат” киосктарында, магазин селтәрҙәрендә, “Уралсиб”та, “Һаҡлыҡ банкы”нда һатыла. Әлегә тиклем ташлама менән файҙаланған граждандарҙың хоҡуғы һаҡлана. Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн мобиль ҡушымта ла индереләсәк, ул быйыл 1 сентябрҙән эшләй башлаясаҡ. Ҡушымта смартфонға транспорт картаһын яҙҙыртыу, ситтән тулыландырыу һәм юл йөрөүҙең иҫәбен күҙәтеп барыу мөмкинлеген тыуҙыра.

Мәғлүм булыуынса, әле лә дәүләт компанияларына ҡараған автобустарҙа, трамвай һәм электричкаларҙа банк картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: