Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2019, 09:08

Атайҙар! Һеҙгә лә капитал бирмәкселәр

Рәсәйҙә “атайҙар капиталы” барлыҡҡа килеүе ихтимал. Субсидияны өсөнсө бала тыуғанда түләргә тәҡдим итәләр.

Уны алыу өсөн шарттар ҙа бар: өс бала ла бер ғаиләлә тыуған һәм тәрбиәләнгән, ә атаһы менән әсәһе законлы никахта булырға тейеш. Бындай тәҡдимде Йәмәғәтселек палатаһының Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау комиссияһы индергән.

Шул уҡ ваҡытта “атайҙар капиталы” әсәлек капиталын алыуҙы сикләмәйәсәк. Ул өҫтәлмә ярҙам төрө буласаҡ, ти документ авторы Сергей Рыбальченко. Уның күләме лә әсәлек капиталы күләменә торошло буласаҡ тип күҙаллана (әле ул 453 мең һум тәшкил итә).

Проектты тормошҡа ашырыуҙы Алыҫ Көнсығыш, Калининград өлкәләре, Севастопль һәм Ҡырымдан башлап, башҡа төбәктәргә лә еткерергә уйлайҙар.

Уйлап ҡараһаң, был бик яҡшы башланғыс. Ул тормошҡа ашыр тип өмөт итәйек.
Читайте нас: