Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2019, 08:54

Өлкәндәргә стипендия - 11 мең һум!

“Демография” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә републикала 2019-24 йылдарҙа “Өлкән быуын” төбәк проекты тормошҡа ашырыла.

Уның пенсия йәше алдындағы граждандарҙы уҡытыу буйынса программаһы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Программаға ярашлы, әлеге граждандар төрлө һөнәрҙәргә өйрәтелә йәиһә предприятиела талап ителеүсе һөнәрҙәр буйынса өҫтәмә белем ала.

Әгәр ҙә алдағы йылдарҙа Башҡортостанда мәшғүлек үҙәктәре аша йыл һайын ошо категорияға ҡараусы 200 тирәһе граждан яңынан уҡыу үтһә, киләһе алты йылда “Өлкән быуын” дәүләт проекты сиктәрендә пенсия йәше алдындағы 9 меңгә яҡын граждан яңы һөнәр аласаҡ. Был - һәр йыл һайын 1480 кеше тигән һүҙ.

Был маҡсаттарға йыл һайын 108,8 миллион һум аҡса бүленәсәк, шуларҙың 103,4 миллионы — федераль бюджет аҡсаһы, ҡалғаны республиканыҡы. Әлеге ваҡытта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы штатында пенсия йәше алдындағы граждандары булған һәм уларҙы уҡытырға теләгән ойошмаларҙы субсидиялау тәртибен эшләй.

Министрлыҡ тарафынан, шулай уҡ, талап ителеүсе һөнәрҙәр исемлеге төҙөлгән. Улар араһында кондитер, икмәк пешереүсе, кондуктор, диспетчер, кассир, машина йөрөтөүсе, йәшелсә үҫтереүсе, токарь, ҡыҫҡаһы, барлығы 113 һөнәр бар.

Граждандарҙы уҡытыу ваҡыты өс ай тәшкил итәсәк. Һәр кешене уҡытыу 34 мең 600 һумға төшә. Бынан тыш, һәр уҡыусыға ай һайын 11 мең 280 һум күләмендә стипендия түләү ҡаралған.

#национальные проекты

#нацпроекты

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: