Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2019, 14:12

Рәсәй сифат хеҙмәте ит фаршын тикшерҙе

Һөҙөмтәлә, Рәсәйҙең лайыҡлы сифат билдәһенә ни бары тик бер марка ғына туры килгән.

Рәсәй сифат хеҙмәте ит фаршына тикшереү үткәргән. Магазиндан һатып алынган һәм шәхси етештереүселәр әҙерләнгән фарш тикшерелгән. Һөҙөмтәлә, Рәсәй Сифат талаптарына бер сауҙа маркаһы ғына тап килгән.

«Тикшеренеү өсөн һайлап алынған барлыҡ фарш 68 сифат һәм ҡурҡынысһыҙлыкҡ күрһәткестәре буйынса һынау уҙған. Эксперттар фаршта ауыр металл, радионуклидтар, антибиотик фосфаттары, дөйөм аҡһым һәм майҙың масса өлөшөн тикшергәндәр, шулай уҡ фарштың тышҡы ҡиәфәтен һәм еҫен, уның консистенциияһын һәм ваҡланыу дәрәжәһен баһаланылар. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса «Өй» («Домашний») фаршы ғына Рәсәй сифат билдәһенә дәғүә итә ала», — тип билдәләнгән.

Тикшереннү өсөн 17 иң популяр сауҙа маркаһы продукцияһы һайланған. Әҙер фарштың бер килограмы 200 һумдан 430 һумға тиклем. Ғәҙәттә, фаршттың 30 процентфн сусҡа ите һәм 70 процентын һыйыр ите тәшкил итә.

Тикшерелеүсе өлгөләрҙә эксперттар пестицидтар, ауыр металдар һәм радионуклидтар, шулай уҡ фосфорҙың да рөхсәт ителгән миҡдарынан артып китеүен тапмаған.

Әммә продукцияның яңы әҙерләнгәне (свежий) ни бары һигеҙ сауҙа маркаһында ғына табылған. Күпселек өлгөләрҙең тәм сифаттары ҡәнәғәтләнерлек булған. Бер нисә сауҙа маркаһында май һәм тоташтырғыс туҡыма күп булыуы теркәлгән. Продукттың фактик һәм иғлан ителгән ауырлығы бер өлгөлә генә туры килмәгән. Майҙың масса өлөшө маркировкала күрһәтелгән фактик күрһәткестән 17-нән дүрт осраҡта, ә аҡһымдың масса өлөшө ике осраҡта тура килмәгән.

Рәсәй сифат билдәһе шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар әҙерләгән продукттың мөһим өҫтөнлөгө бар, тип билдәләп үтелә: унан ризыҡ, ҡағиҙә булараҡ, шунда уҡ әҙерләнә. Ә транспортировкаһы, һатыу, әҙер фаршты магазиндан өйгә тиклем алып ҡайтыу температура шарттарын иғтибарлы рәүештә үтәүҙе талап итә.
Читайте нас: