Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2019, 08:51

Ғаилә байрамына рәхим итегеҙ

Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәр! Беҙ йыл һайын республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең иң нурлы урындарының береһендә – Нарыҫтау итәгендә байрам үткәрәбеҙ.

Быйыл ул изге байрам Рамазан айы тамамланған көндә – Шәүүәл айының бәрәкәтле көнөндә – 9 июлдә сәғәт 11-гә Миәкә районының Илаһи нур менән нурланған. Изгеләр һуңғы төйәген тапҡан ерҙә – “Сәхәбә” мәсетенә байрамға саҡырабыҙ! Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән килегеҙ был сараға!

Башҡорттар төркиҙар араһында тәүгеләрҙән булып тап сәхәбәләр аша аша Ислам динен ҡабул иткән. Урал батыр заманынан уҡ йөрәгендә иман йөрөткән милләтебеҙ мосолман динен ҡабул итергә бар асылы менән әҙер булған. Йыл һайын ошо изге ергә сит илдәрҙән, төрлө төбәктәрҙән, Башҡортостаныбыҙҙан 120-140 меңдән ашыу ихлас кеше килеп, нурға ҡойоноп ҡайта.

Йыйында бергәләшеп Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн изге Ҡөрьәндең аят сүрәләрен уҡырбыҙ, һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһиүәссәләмгә салауаттар әйтербеҙ. Рәсәйҙең һәм ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың матур киләсәге, халыҡтарҙың именлеге өсөн, тоғро сәхәбәләргә. Шәһит киткән батырҙарыбыҙға, әүлиәләребеҙгә, ата-бабаларыбыҙға бағышлап, ҡөорбан салырбыҙ, доға ҡылырбыҙ. Сараның аҙағында Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, “Арғымаҡ” төркөмө, “Йәтаған” этно-төркөмө, Айгиз Ханов, Ғәлиә Мортазина һәм башҡа артистар иман прграммаһы менән сығыш яһаясаҡ. Улар башҡарыуында мөнәжәттәр тыңларһығыҙ, суфый дәрүиштәрҙең өйөрөлөүен күрерһегеҙ. Шулай уҡ балалар өсөн аниматорҙар эшләйәсәк. Башҡорт кейемендә фотоға төшөргә теләүселәр өсөн урын булдырыласаҡ! Уҡтан атыу һәм түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Программа түбәндәгесә төҙөлгән:

11. Ҡөрьән уҡыу.

13.30. Намаҙ.

14.30. – Байрам ашы.

15.30.- - Концерт.

16.30 – Балалар өсөн программа, оҫталыҡ дәрестәре.

Һеҙгә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте төшһөн! Байрамыбыҙға туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән рәхим итегеҙ!

Рамаҙан

Ниәттәрең сыуаламы?

Ашмаймы хыялдарың?

Оноттоңмо, замандашым,

Был Ерҙә доға барын?!

Теләктәр ҡабул булмаймы?

Алға бармаймы эшең?

Хәтерҙән юйҙың әллә

Намаҙ барлығын, кешем?!.

Тыныслығың юғалдымы?

Юҡ кеүек илдә әҙәп?

Яҡшылыҡты тик үҙенән

Башлаған Әҙәм!

Ғорур баҫыр өсөн бер мәл

Саждәгә китеү кәрәк!

Иман - кешенең асылы!

Нурҙан таҙара йөрәк!

Донъяға ас ҡоласыңды!

Ул йәйер һиңә ҡолас!

Һәр уйың, һәр бер ниәтең

Булһын тик ихлас! Ихлас!

“Аллаһ” тип һайрай һандуғас!

“Аллаһ” тип йөрәк тибә!

Пәйғәмбәрҙең бөйөк һүҙен

Таратҡан мең сәхәбә!

Яҡты ай тыуған донъяға,

Ҡәлепте имләй аҙан!

Саф ғәмәлдәр менән һуғар

Бәндә йәнен, Рамаҙан!

Лариса Абдуллина.
Читайте нас: