Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2019, 16:21

Бөгөн - Халыҡ-ара күршеләр көнө

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе V «Халыҡ-ара күршеләр көнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға һәм 31 майҙа һәр күп фатирлы йортта, ихатала, урамда ошо байрамды үткәрергә саҡыралар.

Донъяла Күршеләр көнө 1999 йылдан алып билдәләнә. Байрам күршеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

31 майҙа республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында уҙғарылырға тейешле Күршеләр көнө программаһында — уйындар, викториналар, конкурстар, сәй эсеү һәм башҡа бик күп күңелгә ятышлы сюрприздар.

Халыҡ-ара күршеләр көнөнә арналған сараларҙың адресын, ваҡытын муниципалитеттың сайтында йәки социаль селтәрҙәге төркөмөндә табырға мөмкин.

«Әгәр күрһәтелгән исемлектә ихатағыҙҙы тапмаһағыҙ, байрамды үҙегеҙ ойоштора алаһығыҙ. Бының өсөн алдан идара итеүсе компанияға йәки торлаҡ милекселәре ширҡәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бергәләп сараларҙы үткәреү ваҡытын һәм планын билдәләргә һәм мотлаҡ күршеләрҙе саҡырырға», — тип өҫтәнеләр Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: