Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2019, 12:05

Турслет тик яҡшы тәьҫорттар ғына ҡалдырҙы

Йыл һайын үткәрелә торған “Хәүефһеҙлек мәктәбе- 2019” район туристик слетҡа көйһөҙ һауа шарттары ҡамасаулай алманы.

Йәш туристар һәм слетты ойоштороусылар бер фекерҙә ине: тәбиғәтте, поход бивахтарын, палатка ҡаласыҡтарын һәм усаҡ янында гитараға ҡушылып йырлағанды яратыусылар өсөн насар һауа торошо булмай. Шуға к-рә район үҙәгенән алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан Игорь Николаев шишмәһенә барыһына ла турист, тип аталыу хоҡуғын раҫларға әҙер булған мәктәп командалары килә башланы: барлығы биш кесе һәм һигеҙ өлкән команда. Тиҙ арала палаткалар урынлаштырылды, янғын хәүефһеҙлег сараларын үтәп, усаҡтар өсөн урын тәртипкә килтерелде.

Турслетты асыу һәм уның флагын күтәреү өсөн ҡунаҡтар килде. Туризм ярыштарында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәтенең башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Зарипов, район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Александр Семенов йылы ҡотланы. Баш судья Роман Тиманкин ике көнлөк ярыштар программаһы һәм туристлыҡ һынауҙарҙың тәртибе менән таныштырып үтте. Командаларға ҡаршылыҡтар полосаһын уҙырға, хә-ефһеҙлек мәктәбе курстарын үтергә, урында ориентлашырға һәм көмплекслы көс һынашыу ярыштарында ҡатнашырға кәрәк ине. Судьялар бригадаһына “Вектор” йәштәр үҙәге, Балалар ижады үҙәге, “Елкән” физкультура-һауыҡтырыу комплекслы хеҙмәткәрҙәре инде.

Әлеге көсөргәнешле мәлдә һис кемдең дә бойоғорға ваҡыты булманы. Һәм көтөлмәгән хәл булды: Ғә:әттән тыш хәлдәр министрлығы бер нисә тапҡыр көслө ел тураһында хәбәр итһә лә, һауа торошо йәш туристарҙы ҡыҙғанды. Икенсе көндә заказ буйынса бирелгән кеүек булды: йылы һәм ҡояшлы.

Командалар тарафынан һәр этап үткәрелгәндән һуң, судьялар бригадаһы стендта хәүефһеҙлек мәктәбе буйынса район ярыштарының йыйылма беркетмәһенә һығымта яһаны. Барлыҡ төр һынау призерҙарын дипломдар менән бүләкләнеләр. Дөйөм иҫәп буйынса кесе һәм өлкән командаларҙа яңынан Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең берҙәм командаһы еңеү яуланы. Уларғ ареспублика хәүефһеҙлек мәктәбе ярыштарныда район данын яҡлау хоҡуғы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Кесе командалар араһында икенсе урында – Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбе, өсөнсөлә – Ҡушйылға урта мәктәбе уҡыусылары. Өлкән төркөмдә икенсе урынды Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы урыт мәктәбе туристары алды. Өсөнсө урынды 1-се Бишбүләк урта мәктәбе уҡыусылары яуланы. Уларғ акоманда бүләктәре тапшырылды.

Балалар тәбиғәттә ял итте, яңы дуҫтарының йылмайыуынан кәйеф күтәренкелеге һәм адреналин алды. Барыһы ла бер йылдан ошо урында осрашырға вәғәҙә бирешеп, таралышты.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: