Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2019, 16:24

Уйындан башланған зыянлы ғәҙәт

Күптәр тәмәкене йәшлеге менән ҡыҙыҡ күреп тарта башлай

Тәүҙә берәүҙе тартып ҡарай, шунан икенсене. Бына шулай уйындан ғына башланған ҡылыҡ ғәҙәткә әйләнеп китә һәм йыш ҡына насар эҙемтәләргә килтерә. Күптәр һуңынан ташларға тырышып-тырышып ҡарай – тик булдыра алмай. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, сөнки был ваҡытлы рәхәтлек өсөн икеләтә-өсләтә интегергә тура килмәһә ярай ҙа…

Тәмәке тартыуҙың зыяны нимәлә? Бер төрлө генә сигарет тартҡанда уның организмға кире йоғонтоһонан ҡотолоп буламы? Көслө тәмәке еңелерәктәренә ҡарағанда зыянлыраҡмы? Организмға зыяны ҙур булмаһын өсөн тәүлегенә нисә тәмәке тартырға мөмкин? Был һорауҙарҙың барыһына ла яуап бер – тәмәке һаулыҡ өсөн зыянлы. Күпме генә тәмәке тартыуға ҡарамаҫтан, уның зыяны бик ҙур.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, донъяла йыл һайын тәмәкенән 3 миллион кеше үлә. Был иһә тәмәке тартыуҙан һәр 13 секунд һайын бер кеше үлә тигән һүҙ. Италияла үткәрелгән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ВИЧ-инфекцияға ҡарағанда тәмәкенән үлеү осрағы 50 тапҡырға күберәк. Һуңғы ике тиҫтә йылда Рәсәйҙә тәмәке тартыу эҙемтәһенән 5,8 миллионға яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән, шуларҙың 4,6 миллионы – 35-тән 70 йәшкә тиклемгеләр. Бер йылда 332000 граждан һәләк була, уларҙың һәр береһе кәмендә үҙенең ғүмерен 19 йылға ҡыҫҡарта.

Тәмәке төтөнөндә зыянлы матдәләр күп. Янып торған тәмәкенең төтөнө – 4 меңдән ашыу химик матдәне берләштереүсе үҙе бер химия заводы. Улар араһында иң зыянлылары – ацетилин, нишатыр спирты, бензол, формальдегид, метанол һәм цианид. Тап ошо матдәләр дауалауға бирелмәүсе йәиһә оҙайлы дауалау курсы талап итеүсе ҡурҡыныс ауырыуҙарға юл аса. Тәмәкеселәрҙең 87 процентында күҙәтелгән иң ҡурҡыныс ауырыу – үпкә яман шеше. Был ауырыу, нигеҙҙә, дауалауға бирелмәй һәм йыш ҡына аҙағы насар тамамлана. Үпкә шешенән тыш, тәмәкеселәр лейкоз, ашҡаҙан, тамаҡ шеше кеүек башҡа ҡурҡыныс яман шеш ауырыуҙарына ла дусар була. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, үпкә яман шеше ауырыуының 90 – 95 проценты, рактың башҡа төрҙәренең 45 – 50 проценты, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренең 20 – 25 процентына тап тәмәке сәбәпсе. Тәмәкеселәрҙә үпкә шешенән үлеү хәүефе тәмәке тартмаған ир-егеттәргә ҡарағанда 22 тапҡырға арта. Тартыу ирендә, ауыҙ ҡыуышлығында, тамаҡта, йотҡолоҡта яман шеш барлыҡҡа килтерә.

Никотин тамырҙарҙың хәрәкәт итеү һәм баш мейеһенең тын алыу үҙәктәрен ҡуҙғытып, ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына килтерә һәм төйөрсәләр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ йөрәккә кислород килеүҙе кәметә, ҡандың ойошоуына булышлыҡ итә, был иһә үҙ сиратында тромтарға нигеҙ һала. Никотин йоғонтоһонда йөрәк тибеше 15 – 20 процентҡа йышая. Шуға күрә даими тәмәке тартыу йөрәкте көсөргәнеп эшләргә мәжбүр итә, был иһә уны ваҡытынан алда эшлектән сығара.

Тәмәке төтөнө менән ҡанға ингән матдәләр витаминдарҙың, атап әйткәндә, С витаминының үҙләштерелеүен тотҡарлай. Һөҙөмтәлә ҡанда холестерин арта. Тәмәке төтөнөнөң башҡа компоненттары атеросклероздың үҫешенә булышлыҡ итә. Даими рәүештә тартыусы 45 – 49 йәшлек ир-егеттәр араһында йөрәк ишемияһы ауырыуынан үлеү осрағы тартмаусыларға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Тәмәке тартыусы ҡатындарҙа миокард инфаркты хәүефе лә өс тапҡырға ҙурыраҡ.

Тәмәке төтөнөндәге аммиак та әҙ зыян килтермәй. Тәмәкеселәрҙең күбеһе хроник бронхит менән ауырый. Тартыу шулай уҡ гастрит, ашҡаҙан сей яраһы һәм бөйән эсәге ауырыуҙарына булышлыҡ итә.

Тәмәке тартыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең енси функцияһына ла кире йоғонто яһай. Буласаҡ әсәләр ауырлы саҡта тәмәке тартыуҙың балаға ни тиклем ҙур зыян килтереүен аңларға тейеш. Сабыйҙың ваҡытынан алда, етлекмәй тыуыуы, шулай уҡ аҡыл һәм физик үҫешендә тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал. Көйрәтеү кешенең тышҡы матурлығына ла насар йоғонто яһай, бите йәмһеҙләнә, тештәре һарғая һ.б.

Билдәле булыуынса, тартыу кешенең үҙе өсөн генә түгел, ә уның янындағылар өсөн дә зыянлы. Мәҫәлән, тәмәкеселәрҙең ҡатындары үпкә яман шеше менән 1,5 – 2 тапҡырға йышыраҡ ауырый, ә ата-әсәһе тәмәке тартҡан балаларҙа бронхит һәм пневмония сирҙәре ике тапҡырға күберәк күҙәтелә.

Тәмәке тартыуҙан иҡтисади юғалтыуҙар ҙа күп. Мәҫәлән, Америкала тәмәкеселәрҙең ауырыуына, медицина хеҙмәтләндереүенә киткән сығымдар йылына яҡынса 100 млрд доллар тәшкил итә. Ә йылына тәмәкенән сыҡҡан 225 мең янғында уртаса 2,5 мең кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ла 5 меңләбе етди йәрәхәттәр ала.
Читайте нас: