Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2019, 14:05

БДИ-ла тәүге тәртип боҙоуҙар асыҡланған

141 уҡыусы тәртип боҙоп өлгөргән дә инде.

Мәғариф өлкәһендә күҙәтеүҙәр буйынса федераль хеҙмәт хәбәр итеүенсә, БДИ-ҙың тәүге һынауҙары ваҡытында 141 тәртип боҙоусы имтихандан сығарып ебәргәндәр.

Ведомство мәғлүмәтларе буйынса, күпселек осраҡта имтихандан шпаргалка (56 осраҡ) һәм кеҫә телефоны өсөн (58 осраҡ) сығарып ебәрәләр. Бынан тыш, илдең бер төбәгендә имтихан тапшырыусыларға БДИ-ҙы ойоштороусының ярҙам итергә тырышҡанлығы асыҡланған.

Билдәле булыуынса, барлыҡ тәртип боҙоусыларҙың эштәре юҡҡа сығарылған. Улар БДИҙы киләһе йылда ғына тапшыра аласаҡ.

Федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов сығарылыш класс уҡыусыларын үҙҙәренең киләсәген ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫҡа, имтиханға шпаргалка йәиһә телефон алып кермәҫкә өндәй.

Мәктәп тамамлаусылар география, әҙәбиәт, тарих һәм химия буйынса БДИ тапшырҙы. Бөген улар русс теле бу

йынса һынау тота. Уҡытыусыларға имттихандарҙа һынатмауҙарын һәм уңыштар теләге килә.
Читайте нас: