Дим буйҙары
+15 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
3 Июня 2019, 04:14
«Өфө» аэропортына Мостай Кәрим исеме бирелде
Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» аэропорты тип үҙгәртелә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тейешле указы 31 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проекты сиктәрендә халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса хәҙер 44 төбәк аэропорты күренекле ватандаштарыбыҙҙың исемен йөрөтә. Әйтәйек, Ҡазан аэропорты — татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай, Мәскәүҙең «Шереметьево», «Домодедово», «Внуково» һауа ҡапҡалары хәҙер Пушкин, Ломоносов һәм Туполев тип атала.
«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» — йәмәғәтслек башланғысы, уның маҡсаты — Рәсәйҙең халыҡ-ара аэропорттарына бөйөк ватандаштарыбыҙҙың исемдәрен биреү. Проектты ойоштороусылар: Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы, Рус география йәмғиәте һәм башҡалар.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"