Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2019, 13:58

Яңы йыл каникулдары ҡыҫҡартыла

2020 йылда Рәсәйҙә яңы йыл каникулдары элеккегә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ була һәм һигеҙ көн дауам итә

Хеҙмәт кодексына ярашлы, Рәсәйҙә Яңы йылда байрам көндәре — 1-нән 6-һына тиклем һәм 8 ғинуар, шуға өҫтәп 7 ғинуар — Раштыуа.

2018 һәм 2019 йылдарҙа 30 һәм 31 декабрь иҫәбенә «яңы йыл каникулдары» ике көнгә арттырылды. Әйтәйек, уҙған йылда 30 һәм 31 декабрь шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килде, шуға күрә улар автоматик рәүештә каникулға ҡушылды.

2019 йылда декабрҙең һуңғы көндәре дүшәмбегә һәм шишәмбегә тура килгәнлектән, эш көндәре тип иҫәпләнә. Шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килгән 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәрен май байрамдарына күсерергә тигән тәҡдим бар.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ял көндәрен 22-24 февралдә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн — 7-9 мартта, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын — 1-нән 5-енә тиклем, Еңеү көнөн — 9-ынан 11 майға тиклем, Рәсәй көнөн — 12-14 июндә һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөн 4 ноябрҙә билдәләү күҙ уңында тотола.

31 майҙа социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия байрам көндәрен күсереү тураһында ҡарар проектын ҡарай. Хупланған осраҡта, документ ҡултамға ҡуйыу өсөн премьер-министр Дмитрий Медведевҡа ебәрелә.
Читайте нас в