Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
4 Июня 2019, 17:11
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров барлыҡ мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән ҡотланы.
Ҡотлауҙа былай тиелә:
“Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!
Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Атай-олатайҙарыбыҙҙың йолаларын ихтирам итеп, беҙ уларҙың васыятын үтәргә тырышабыҙ, рухи камиллыҡҡа ынтылабыҙ, изге эштәр ҡылабыҙ, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ. Бөгөн иманлылар ураҙаның тамамланыуын билдәләү, бер-береһенә хөрмәт күрһәтеү, күңел йылыһын уртаҡлашыу, иҫтәлекле ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөү, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу өсөн туғандары һәм яҡындары янына йыйыла.
Республикабыҙҙа бөтә милләт һәм дин вәкилдәренең бергәләп Башҡортостандың лайыҡлы киләсәген төҙөү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Беҙҙә ғаилә ҡиммәттәре, диндәр араһындағы, дәүләт менән конфессиялар араһындағы хеҙмәттәшлек нығый.
Башҡортостандың мосолман өммәтенә хәйриә эшмәкәрлеге, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреүҙә ярҙам күрһәткәне, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, республикала татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ иткәне өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм.
Изге Ураҙа байрамы йорттарыбыҙға йылылыҡ, йәм, иман нуры һәм күңел тыныслығы килтерһен! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!”
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"