Республиканың бындай ойошмаларының 38 проекты 44,8 миллион һумлыҡ гранттар аласаҡ. Уҙған йылда был сумма 32,5 миллион һум тәшкил иткән.
Иң "ҡиммәт" грантты (7 миллион 900 мең һум) "Юғалтыуҙар юҡ" хәйриә фонды проекты отҡан.
Башҡортостанда бындай иң актив ойошмалар эшләй, дип билдәләп үтте Рәсәй Президентының Иҙел буйы федераль округындагы Тулы вәкәләтле вәкиле Игорь Комаров.
Бынан тыш, Иҙел буйы федераль округы — еңеүселәр һаны һәм бүленә торған финанслау күләме буйынса илдә икенсе урында. Округ төбәктәре ойошмаларынан конкурсҡа тәҡдим ителгән 1857 проекттың һәр бишенсеһе Рәсәй Президенты гранттарын аласаҡ. 337 ғариза ҡәнәғәтләндерелде. Проекттарҙы дөйөм финанслау күләме 513,8 миллион һум тәшкил итә. Был, уҙған йылдағы менән сағыштырғанда, 81 миллион һумға күберәк.
«Һәр проектҡа күңелдең бер өлөшө, тирә-йүндәге донъяны яҡшыраҡ итеү теләге индерелгән. Ҡатнашыусылар һаны ғына түгел, ә беҙҙең округтан еңеүселәр һаны да артыуына мин бик шат», — тип ҡотланы конкурс еңеүселәрен округтан Игорь Комаров