Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июнь 2019, 22:04

Ғафуриға самолеттар килде...

Быйыл Ғафури районында үткән һабантуй тәьҫораттары халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.

Рәхәтләнеп күңел асып, тамаша ҡылып йөрөгән халыҡ бер мәл баш осонда ғына төрлө күренештәр яһап осҡан самолеттарҙы күреп, ғәжәпкә ҡалды. Баҡтиһәң, Башҡортостан парашютсылар әҙерләү уҡыу-методик үҙәгенең “Ан-2” самолеттары район уңғандарын, ҡунаҡтарҙы тәбрикләргә килгән.

Һуңынан парашютсыларҙың һабантуй яланына төшөүе бигерәк тә балалар өсөн көтөлмәгән байрам булды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар күктән төшкән ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Читайте нас: