Дим буйҙары
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня 2019, 10:38
“Алға” – пассажир өсөн йүнәлеш
Ошо йылдың 1 июленән Башҡортостанда берҙәм транспорт картаһы ҡулланыуға индерелә.
Уға “Алға” тигән исем бирелгән. Был турала республика Хөкүмәте ултырышында Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе. Ул ни өсөн кәрәк?
Берҙәм транспорт картаһы күп өҫтөнлөктәр бирә, уларҙың иң мөһимдәре – уңайлылыҡ һәм аҡса йәһәтенән отош. Әле “Башавтотранс” автобустарында юл хаҡы 25 һум тәшкил итә, ә ошо карта буйынса ул 20 һумға төшәсәк. Карта алғанда бер юлы күберәк йөрөш өсөн түләгән һайын бер йөрөү хаҡы шул тиклем арзаныраҡ буласаҡ. 1 сентябрҙән сәғәтләп тариф та ғәмәлгә индерелә: бер сәғәт эсендә бер нисә автобуста йөрөп өлгөрһәң, бер тапҡыр ғына түләргә мөмкин буласаҡ. Уңайлылығы ла аңлашылалыр: карта булғас, кеҫәлә тиндәр эҙләргә, кондукторҙың тағы тиндәрҙе һанап торғанын көтөргә кәрәкмәй.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"