Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня 2019, 07:57

Пассажирҙарҙы ниҙәр көтә?

Кисә Хөкүмәт йортондағы сираттағы оператив кәңәшмәлә пассажирҙарҙы ташыу сифатын арттырыу юлдары ҡаралды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов үҙ сығышында легаль булмаған ташыусыларға ҡаршы көрәштең дауам итеүен белдерҙе. Әле муниципаль-ара маршруттарҙа рейдтар үткәрелә.

Бер үк ваҡытта автобус паркын яңыртыу эше лә бара. Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, 13 июндә Өфөлә ҙур класлы 11 “НефАЗ” автобусы йөрөй башлаясаҡ. Улар 500-ҙән ашыу алынасаҡ, “Башавтотранс” маршруттарына сығарыласаҡ. Шәхси ташыусылар ҙа транспортын яңыртыу йәһәтенән эш алып бара.

Йәмәғәт транспорты пассажирҙары өсөн яңы уңайлы сервистар индереү планлаштырыла. Мәҫәлән, 1 июлдән республикала “Алға” Берҙәм транспорт картаһы ҡулланыла башлаясаҡ. Ә 1 сентябрҙән “Бәхетле сәғәт” режимы индерелә: бер билет алып, унан бер сәғәт эсендә бер нисә йәмәғәт транспорты маршрутында файҙаланырға мөмкин. Был алым эш урыны менән йорто араһын төрлө транспортта үтергә мәжбүр кешеләр өсөн бик ҡулай буласаҡ.

1 сентябрҙән шулай уҡ барлыҡ район үҙәктәренән баш ҡалаға тура дәүләт автобустары йөрөй башлай.

“Ҙур класлыларҙы алыу тураһында беҙ күптән һөйләйбеҙ, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Автобустарҙы “НефАЗ”дан алырға ҡарар иттек, үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе ҡеүәтләйбеҙ. Автозаводҡа заказдарҙың күп булыуы сәбәпле, бер аҙ көтөргә тура киләсәк”.

Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, тәүге 26 автобус 1 авгусҡа тиклем килтерелә, артабанғы 74-е – 1 сентябргә ҡәҙәр. Киләһе йылдың 1 апреленә “Башавтотранс”тың ҡала һәм муниципаль-ара маршруттарына 589 яңы автобус сығасаҡ.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов сығыш яһаны.


Читайте нас