Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июнь 2019, 15:43

Сәскә ат, ғәзиз илем һәм гүзәл башҡалам!

Байрам уңайынан Башҡортостанда һәм Өфөлә бик күп мәҙәни саралар үтәсәк

Быйылғы йыл Башҡортостан өсөн айырыуса иҫтәлекле, республика ойошторолоуға 100 йыл тулды, ә 12 июнь — Рәсәй көнөндә Салауат Юлаев тыуыуға 265 йыл һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 445 йыл тулыуға бағышланған юбилей даталары билдәләп үтелә.

Байрам саралары 11 июндә башлана. Республика һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселеге ҡатнашыуында Дуҫлык мону­ментына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙасаҡ. Шул ук көндә Ҡала мәҙәниәт һарайында “Берҙәмлек — Содружество” фестивалендә ҡатнашыусыларҙың хәйриә концерты була.

12 июндә байрам үтәсәк төп мәйҙандар: В. И. Ленин исемендәге майҙан, “Торатау” Конгресс-холлы амфитеатры, район мәҙәниәт һәм ял парктары.

Иртәнән майҙанда халыҡ кәсептәре оҫталары һәм “Оҫталар ҡалаһы” декоратив-ғәмәли сәнғәт оҫталары күргәҙмәһе урынлашасаҡ. Ғәҙәттәгесә, йәмәғәт туҡланыуы сауҙа предприятиелары тарафынан төрлө аҙыҡ-түлек һатыу ойоштораласаҡ.

Сәғәт 10-да ҡала Мәғариф идараһы тарафынан әҙерләнгән “Балалар һабантуйы” байрамы-фестиваленә старт биреләсәк. Рус драма театры ҡаршыһындағы майҙандың барлыҡ киңлектәре күргәҙмәләр, Йәкшәмбе мәктәптәре тарафынан биҙәлгән милли ихаталар менән тулылан­дырыласаҡ. Майҙансыҡта балалар өсөн конкурс сығыштары һәм ярыштар үтәсәк.

Был көндә Өфө янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизоны парады буласаҡ, ул Октябрь проспектында Ленин май­ҙаны янында сәғәт 11-ҙән 11 сәғәт 30 минутҡа тиклем уҙасаҡ.

В.И. Ленин исемендәге майҙанда беренсе тапҡыр “Өфө өсөн уйнайым”, “Яратҡан ҡалам рәсемен яһайым”, “Минең Өфөмә теләктәрем” ижади акциялары ойоштороласаҡ.

Барлыҡ теләүселәргә яратҡан көйҙәрен уйнарға, яратҡан йырҙарын йырларға, тыуған ҡалабыҙға теләктләр яҙырга мөмкинлек биреләсәк. Ә йәш рәссамдар өсөн “Рес­публиканың 100 йыллығына 100 рәссам!” тигән ҙур пленер буласаҡ, унда йәш таланттар рәсем яһап, башҡалаға ҡала һәм уның халҡы һурәтләнгән иң матур йөҙ рәсем бүләк итәсәк.

Шулай уҡ майҙанда “Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәт – һинең һайлау” тигән агитация акцияһы ойоштороласаҡ.

Бер үк ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге паркта Өфө балалар филармонияһының ижад коллективтары ҡатнашыуында “Тыуған көнөң менән, яратҡан ҡалам!” байрам программаһы була.

Байрам көнөндә сәғәт 12-лә В. И. Ленин исемендәге майҙанда “Сәғәт” гидродинамик фонтанын асыу планлаштырыла. Был үҙенсәлекле объект ҡаланың биҙәге һәм төрлө йәштәге кешеләрҙе йәлеп итеү урыны буласаҡ.

13 сәғәттә экранда башҡорт режиссеры Айнур Аскаровтың “Өфөнән яратып” тигән нәфис фильмы күр­һәтеләсәк. Был — Өфө һәм уның халҡы тураһында ысын фильм-открытка.

Рус драма театры ҡаршыһындағы төп сәхнәлә 15 сәғәттә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә әһәмиәтле сараларҙың береһе булган “Берҙәмлек – Содружество” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты буласаҡ.

Байрам концерты программаһын 16 сәғәттә “Асыҡ микрофон” ҡала конкурсы финалистары сығышы дауам итәсәк. Был үҙенсәлекле мөм­кинлек талантлы өфөләр өсөн беренсе тапҡыр тәҡдим ителде, сығыш яһаусылар музыка, бейеү, драма йүнәлештәре буйынса талантын күрһәтә аласаҡ.

Өфөнөң ижад коллективтары һәм сәнғәт оҫталары көнө буйы тамашасыларҙы матур концерт номерҙары менән һөйөндөрәсәк. Программала популяр “Арғымаҡ”, “Зәйнетдин”, “Карауан һарай” төркөмдәре, “Голос-2018” тамашаһы финалисы Рушана Вәлиева сығыш яһаясаҡ.

12 июндә, Рәсәй көнөндә һәм Өфө ҡалаһы көнөндә “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале милли костюмдар байрамынан башланасаҡ. Ҡатнашыусылар Башҡортостанда йәшәүсе башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари һәм башҡа халыҡтарҙың милли кейемдәрен күрһәтәсәк. Масштаблы йөрөш 17 сәғәт 30 минутта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡаршыһындағы майҙанда башланасаҡ.

Милли костюм байрамы дуҫлыҡ әйлән-бәйләме (хоровод) менән тамамланасаҡ, унан һуң бихисап тамашасылар ҡурайҙың ете тажын һурәтләйәсәк, шул рәүешле киләһе проект – 19 сәғәттә Өфө амфитеатрында старт ала торған “Рәсәй йырҙары” Бөтә рәсәй фестиваль-марафонын башлап ебәрәсәк.

Әйткәндәй, йыл һайын уҙғарыла торған “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафонының музыкаль сәйәхәте Башҡортостанда 10 июндә башланды. Уны тәүгеләрҙән булып Благовещен ҡалаһы ҡабул итте, марафон 19 июндә Учалы ҡалаһында Ҙур концерт менән тамамланасаҡ.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән профессиональ коллективтар һәм башҡарыусылар Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай ҡалаларында буласаҡ.. Һәр тораҡ пунктында уларға фольклор жанрҙарында эшләүсе танылған артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһау мөмкинлеге бирәсәк ерле үҙешсән коллективтар ҙа ҡушыласаҡ. 12 июндә коллективтар Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә сығыш яһаясаҡ.

Фестивалдең концерт программаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм Мәскәүҙең “Русская песня” дәүләт академия театры коллективтары (“Русская песня” ансамбле, “Живая планета” шоу-балеты, “После одиннадцати” фольклор төркөмө, “Славяне” ансамбле, Евгений Гор) ҡатнаша. Концертта шулай уҡ “Криница” Казак йыры дәүләт ансамбле, “Себер калейдоскопы” бейеү театры артистары һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандан “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле һәм “Zainetdin” этно-шоу проекты тәҡдим ителәсәк.

“Рәсәй көнө” байрам программаһы 21 сәғәттә Санкт-Питер­бургтың “Ingervala” этно-төркөмө һәм Мексикала Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнашҡан “Арғымаҡ” төркөмө сығышынан башланасаҡ. “Би-2” төркөмө сығышы кисәнең биҙәге буласаҡ.

13 июндә академик музыка яратыусыларҙы Башҡортостан Рес­публикаһының милли һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары менән осрашыу көтә. Кисәнең солистары: Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Аскар Абдразаҡов, Мәскәүҙең “Новая опера” театры солисткаһы Ольга һәм Елена Терентьевалар, Сәйити Фурукава (Токио, Япония), Наталья Юрканова (Токио, Япония).

14 июндә фестиваль эстафетаһын Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға бағышланған “Алға, Башкирия! Алға, Башҡортостан!” байрам концерты дауам итә. Был көндә сәхнәгә Башҡортостандың сәнғәт оҫталары һәм әйҙәүсе коллективтары, шулай уҡ республикала тыуып-үҫкән, Рәсәй һәм донъя күләмендә танылған шәхестәр сығасаҡ. Улар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу, Сергей Приказчиков етәкселегендәге “Пицца” коллективы, “Голос” телевизион конкурсы финалисы Рушана Вәлиева, “Zaman” (Мәскәү), “Бүреләр” һәм “Rena RNT” төркөмдәре бар. Өфө халҡы ҡунаҡтар шулай уҡ Линар Дәүләтбаев етәк­селеген­дәге Башҡортостан халыҡ милли уйын ҡоралдары оркестрының Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” командаһы менән уртаҡ сығыштарын да күрәсәк.

15 июндә 19 сәғәттә “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивален ябыу тантанаһы буласаҡ. Фестиваль ҡунаҡтары алдында иң яҡшы хәрби музыкаль сәнғәт коллективтарының береһе – Рәсәй Милли гвардия ғәскәр­ҙәренең өлгөлө оркестры сығыш яһаясаҡ. Гала-концертта шулай уҡ яҡташларыбыҙ Аскар Абдразаков һәм Мәликә Разакова, Рәсәй артистары Олег Кухта, Владимир Маркин, Ольга Гетман, Шәрип Умханов, шулай уҡ “Арғымаҡ”, “Узорица”, “Премьер” төр-көмдәре ҡатнашасаҡ. Легендар Эмир Кустурицей етәкселегендәге “ The No Smoking Orchestra” сығышы сараның иң күңелле миҙгеле буласаҡ.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: