Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2019, 15:03

Банкет өҫтәле быйыл күпмегә төшә?

Балалар сығарылыш кисәһенә әҙерләнә, ә ата-әсәләр аҡса һанай.

Мәктәпте тамамлаусылар өсөн иң яуаплы көндәр артта ҡалды, алда тулҡынландырғыс миҙгелдәр — сығарылыш кисәләре көтә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр көтөп алған шул сараға әҙерләнһә, уларҙың ата-әсәләре банкет өҫтәленә түләү өсөн янсыҡтарындағы аҡсаны һанай.

Белгестәр һанап сығарыуынса, быйыл бер уҡыусы өсөн түләү уртаса 1,68 мең һумға төшәсәк. Ил буйынса 30 кешенән торған кластың тантаналы киске ашы уртаса алғанда 50,4 мең һумға төшәсәк. Санкт-Петербургта был тағын да ҡиммәтерәк, унда — 53,2 мең, ә бына Мәскәүҙә 73,2 мең һум аҡса сығарып һалырға тура киләсәк.

Сығарылыш кисәһенең банкетына белгестәр һалҡын ҡабымлыҡтар, салат, ҡайнар аш, десерт, еләк-емеш, татлы һәм газлы эсемлектәр һәм сәйһе һанап иҫәпләгән.

Иң бюджетлы “Цезарь” салатын эксперттар Томск ҡалаһында тапҡан. Унда бер порцияның хаҡы — 96 һум. Сочиҙа иһә был салат 250 һумға төшәсәк.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: