Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2019, 15:11

Башҡортостан делегация "Ыҡ буйы ауылдары" һабантуйында ҡатнашты

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Татарстанда "Ыҡ буйы ауылдары" һабантуйында ҡатнашты.

Аҡтаныш районында Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан райондарҙы берләштереүсе халыҡ байрамы бик күңелле уҙҙы..

Рәсми тантаналар сиктәрендә Константин Толкачев, Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин менән бергә Такталасыҡ ауылы зиратында урынлашҡан Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙың ҡәберенә сәскәләр һалдылар.

- Республиканың 100 йыллығында Башҡортостан автономияһына беренселәрҙән булып нигеҙ һалған кешеләрҙе иҫкә алыу икеләтә актуаль. Илдархан Мутин, башҡа күренекле яҡташтарыбыҙҙың республика үҫешенә индергән өлөшө йәш быуынға яҡшы билдәле булырга тейеш, - тине Константин Толкачев.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: