Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2019, 17:38

Милли батырыбыҙ тыуған ай

Салауат Юлаев 1754 йылда хәҙерге Салауат районының Тәкәй ауылында тыуған Һәр быуынында тархандар, муллалар, батырҙар булған затлы нәҫелдән килә.

1773 йылда атаһы Юлай Аҙналин менән баш күтәреүселәр Крәҫтиән һуғышы етәксеһе Емельян Пугачев яғына сығалар. Яуҙа Салауат отряды менән күп батырлыҡтар күрһәтә, бихисап алыштарҙа ҡатнаша.

1774 йылда һатлыҡ йән арҡаһында ҡулға алынғас та, үҙен батырҙарса тота, һорау алыуҙарҙа бер иптәшен дә һатмай. Ярты йылдан ашыу барған тикшереү эштәренән һуң атаһы Юлай Аҙналин менән бергә язаға тарттырыла һәм һөргөнгә оҙатыла. 1800 йылдың көҙөндә шунда вафат була.

Салауатты ниңә Рогервикка килтергәннәр? Әйтәйек, Себергә оҙатмағандар? Бында ихтилалдар ҡуҙғалған төбәктән йыраҡ, көрәштәштәре йәиһә фекерҙәштәре килеп ҡотҡарырлыҡ түгел. Башҡала Петербург та яҡында ғына — күз-ҡолаҡ булып тороу мөмкинлеге бар. Рогервик портын төҙөргә осһоҙ эшсе көстәр кәрәк булған.

Аяҡ-ҡулдары бығауланып илдән һөрөлгән Салауат тураһында Башҡортостанға бик күп йылдар буйы бер төрлө хә­бәр ҙә килмәй. Пугачевсыларҙың исемдәрен һәм ҡылған эштәрен оноторға мәжбүр иткән батша манифесы үҙ эшен эшләй. Бик күп архив материалдарын, халыҡ ижады өлгөләрен тикшереп, “Салауат Юлаев” романын яҙған Сергей Злобин да үткән быуаттың 20-30-сы йылдарында ла әле ҡаһарман шағирҙың һуңғы төйәге, Рогервик тураһында ишетмәгән була. Салауат хаҡында иң беренсе булып немецтар яҙып сыҡҡан. Үҙе тере сағында ук! Эйе, бөйөк яҡташыбыҙ тураһындағы ғилми әҙәбиәт немец те­лен­ән башланып кит­кән! Һалле ҡалаһында 1784 йылда уҡ сыҡҡан китапта Са­лауаттың батырлыҡтары бәйән ителгән. 1789 йылда француз телен­дәге китапта ла Салауатҡа тиҫтәнән ашыу бит бағышланған.

Салауатҡа бәйле тәүге тулы тарихи тикшеренеүҙе беренсе булып А. Пушкин яҙған. ХIХ быуат аҙағында Ф. Нефедов, Р. Игнатьев Салауаттың героик биографияһын яҙалар, уның әҙәби ижадын асалар, халыҡ телендә йөрөгән шиғирҙарын йыйып, рус теленә тәржемә хәлендә беренсе тапҡыр матбуғатта сығаралар. Пугачевсылар тураһында тәүге хәбәр Башҡортостанға 1940 йылда ғына килеп етә: Н. Загоскиндың 1883 йылда “Волжский вестник” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләһе була был. Тағы ла 32 йыл үткәс — 1972 йылда эстон ғалимдары архивтан документтар табып, Салауаттың вафат булыу датаһын асыҡлайҙар.

Салауат тураһында һөйләгәндә теле­беҙгә “Палдиски” тигән һүҙ килеп керә. Әллә ни мәғәнә лә аңлатмай ул һүҙ — Балтийск ҡалаһының эстон теленә яраҡлаштырып әйтелеше генә. Күренекле скульпторыбыз Тамара Нечаева милли баты­рыбыҙҙың бюсын эшләй. 1989 йылда уны автобус менән Салауаттың һуңғы юлы буйлап алып баралар. Башҡортостан баҡыры һәм Эстония граниты Палдиски ҡала паркында һәйкәл булып баҫа.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.


Салауат Юлаев шағир булараҡ та танылыу алған. Уның ижад емештәре азатлыҡ өсөн көрәшкә саҡыра, тыуған яҡтың гүзәллеген данлай, мәхәббәткә бағышлана.

Милли батырын республика халҡы әле лә хөрмәтләп иҫкә ала.
Читайте нас: