Документ буйынса 2019 йылдың 1 ғинуарына Рәсәйҙә 43 871 625 пенсионер йәшәй. Улар араһында 9 669 711 кеше эшләй.
“Роструд мәғлүмәттәре буйынса, пенсияға сыҡҡандан һуң һәр бишенсе пенсионер эшләүен дауам итә. Рәсәйҙә эш эзләүҙә ярҙам һорап мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүсе кешеләрҙең дөйөм һанынан, пенсионерҙар һаны 4,2 процентты тәшкил итә”, - тиелә докладта.
Әлеге күрһәткестең Петербургта, Сахалин, Мәскәү, Мурманск һәм Владимир өлкәләрендә артыуы әйтелә. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткәндән һуң эш табыусы пенсионерҙар һаны Рәсәй буйынса 52,2 процент. Был һан 2017 йылға ҡарағанда 3,8 процентҡа аҙыраҡ.