Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2019, 09:00

Сабыйҙар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә!

"Демография" дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә өлкән быуын граждандарының тормош сифатын күтәреүгә, тыуыусылар һанын стимуллаштырыуға һәм сәламәт йәшәү рәүешен алып барыусы кешеләр һанын арттырыуға Башҡортостан 34,4 миллиард һум аҡса аласаҡ.

Был аҡса беренсе бала тыуыуға, йәки уллыҡҡа алыуға бәйле рәүештә уҙған йылдың икенсе кварталында эшкә яраҡлы кешеләрҙең табышы йәшәү минимумынан 1,5 тапҡыр артмаған ғаиләләргә айлыҡ түләүгә йүнәлтеләсәк. 2019 йылда түләү күләме 9182 һум тәшкил итә.

Күп балалы ғаиләләр 6 процентлы ташламалы ипотекаға дәғүә итә ала. Шулай уҡ йыл һайын Рәсәйҙең күп балалы ғаиләләре берләшмәһе иҫәбенә 2 меңдән ашыу ЭКО процедураһы уҙғарыласаҡ.

"Демография" дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә 2019 йылда Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош райондарында, шулай уҡ Бәләбәй һәм Күмертауҙа 19 балалар баҡсаһы төҙөлә һәм реконструкциялана.

- Мәктәпкәсә учреждениеның уртаса баһаһы 100-150 миллион һум тәшкил итә. Беҙ 2024 йылға өс йәшкә ҡәҙәр балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына сиратты бөтөрөргә тейешбеҙ, - тип билдәләп үтте Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

#национальныепроекты

#нац.проекты

#национальныепроектыБашкортостан

#региональныепроекты
Читайте нас: