Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2019, 01:13

Таш тирмә янына йыйылып...

Бөгөн, Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә, милли батырыбыҙҙың бәләкәй Ватанында күркәм сара ойошторолдо.

Яндырылған Тәкәй ауылы урынында ҡуйылған тарихи һәйкәл – таш тирмә – эргәһенә халыҡ күпләп йыйылды.

Һәр быуын вәкилдәре – балалар ҙа, өлкәндәр ҙә – милли батырыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, уның хаҡындағы йырҙарҙы башҡарҙы. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң ҡатнашыуы сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе.

Хәбәр ителеүенсә, был урын Рәсәйҙең Эске туристик маршруттары реестрына индерелгән. Киләсәктә таш тирмәнең иң әһәмиәтле тарихи һәйкәлдәрҙең береһенә әйләнеүе ихтимал, ул, һис шикһеҙ, төбәктә туризмды үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк.
Читайте нас: