Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июнь 2019, 12:19

Изгелек эшләргә ашығығыҙ

Зират – вафат булған туғандарҙы, дуҫтарҙы, таныштарҙы иҫкә алыу урыны.

Йәмғиәттең мәҙәниәте тураһында мәрхүмдәрҙең ерләнгән урындарының торошо һөйләй. Бер кемгә лә сер түгел, кеше хәтере уның йөрәгенән сыға, шул уҡ ваҡытта ул быуындар бәйләнешен уларҙың киләсәк быуындары өсөн һаҡлап ҡалыу өсөн фай:алы.

Зиратты төҙөкләндереү һәм ата-бабаларыбыҙҙың ҡәберҙәрен даими тәртиптә тотоу проблемаһы – изге эш. Ул беҙҙең ауылда ла актуаль. Зираттарҙың торошон яҡшыртыу мәсьәләһендә кеше факторы мөһим йүнәлше булып тора. Кешеләр, хәҙерге ваҡытта, ниндәй социаль статусҡа эйә булыуҙарына ҡарамаҫтан, өйҙәге тәртипте генә түгел, туғандары ерләнгән ерҙе лә тәрбиәләп торорға тейеш.

Күп йылдар рәттән ауылда зират биләмәҙендә кәрәк-яраҡ һаҡлау өсөн йорт төҙөү проблемаһы ҡала килде, һәм шулай уҡ ауылдан ҡалаға күсеп китеүҙе иҫәпкә алып, ерләү алдынан башҡа урындарҙа мәрхүмдәргә ҡарата һуңғы хөрмәт күрһәтеүһе ойоштороу мәсьәләһе хәл итеүҙе талап итә ине. Йылбулаҡтамаҡ халҡы хәл итмәҫтәй мәсьәләләр булмауына ышана, ни бары теләк кенә кәрәк. Ошо ауылда тыуып-үҫкән Рәмзил Рауил улыц Лотфыев, Өфөлә төҙөлөш эшендә үҙ бизнесын булдырған ағаһы Рәмис менән бергә был изге эшкә тотондо. Компактлы матур бинаны Рамазан айы аҙағында төҙөй башланылар. Ете көн үтеүгә үк, йәғни Ураҙа байрамына аҡ һәм көрән кирбестән төҙөлгән бина өҫтөндә алтын төҫтәге ярымай балҡый ине. 7 июндә уҙған халыҡ йыйынында Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Әнүәр Әхиәр улы Вәлиәхмәтов һәм урындағы имам Эльвир Ғәлиев менән берлектә рәсми рәүештә бер туған Лотфыевтарға һәм уларҙың ата-әсәләренә был изге ғәмәлдәре өсөн барлыҡ ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерелде

- Изге эштәр һиҙелмәй ҡалмай, - улар маяҡ кеүек ярҙамға мохтаж кешеләргә яҡтырта. Һеҙҙең тырышлыҡ башҡа ауылдаштар өсөн дә өлгө булып тора. Ярҙам күрһәтеп, һеҙ артабан да хеҙмәттәшлек итеүгә юл күрһәтәһегеҙ, - тине Әнүәр Әхиәр улы.

Әлеге Ураҙа байрамы йылбулаҡтамаҡтарҙың күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ. Байрам көнөндә ауыл мәҙәниәт йортоноң ишектәре бар ғәм өсөн дә асыҡ ине. Имам Эльвир Ғәлиев тәҡдиме менән ҙур байрам өҫтәле әҙерләнгәйне – уға һәр кемҡулдан килгәнсә өлөш индерҙе. Ауылдың имам-хатибы ауылдаштарын ураҙа айында ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә изге ғәмәлдәр ҡылырға саҡырҙы, мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итергә һәм һәммәһе менән дә татыу йәшәргә өндәне.

Барлыҡ килгән ҡунаҡтарҙы ла Рәшит Дияров әҙерләгән үзбәк былауы менән һыйланылар.

- Ниндәй генә ауыр хәлгә тарымаһын, кешегә аҙаҡҡаса кеше булып ҡалырға кәрәк. Был саҡта ғына беҙҙең хаҡта ыңғай хәтирәләр ҡаласаҡ, уның буйынса беҙҙең нисек йәшәүебеҙҙе һәм үҙебеҙҙән һуң нимә ҡалдырыуыбыҙҙы беләсәктәр, - тине Рәмзил Лотфыев.

Рәсиф Ниғмәтйәнов,

Йылбулаҡтамаҡ ауылы.
Читайте нас: