Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2019, 18:14

Хеҙмәт баҙары уҡыусылар өсөн нимә тәҡдим итә?

Йәй берәүҙәр өсөн көтөп алынған ял мәле булһа, икенселәргә − аҡ­са эшләү осоро.

Бигерәк тә, мәктәптән бушаған уҡыусылар каникул мәлдәрендә эшләп ҡалырға тырыша. Хеҙмәт баҙары балалар өсөн нимә тәҡдим итә? Ҙур иғтибар һәм етди йөҙ менән балалар ғүмерҙәрендә тәүге тапҡыр хеҙмәт килешеүе төҙөй. Уларҙың хатта хеҙмәт кенәгәһе лә бар. Уҡыусылар ошо рәүешле каникул мәлдәрендә мәктәптәрендә тупланған ремонт бригадаларына яҙыла. Ҡыҙҙар тәүге тапҡыр эшкә урынлашһа, егеттәрҙең ремонт бригадаларында эшләү тәжрибәһе бар. Ремонт бригадаларында 14 йәше тулған уҡыусылар үҙ теләктәре, әммә ата-әсә ризалығы менән инә ала. Уларҙың төп эше – мәктәп биләмәһен матурлау. Ҡыҙҙар күберәк китапханасыға ярҙамлаша: яңы килгән китаптарға мисәт һуға, кәрәкле яҙыуҙарҙы индерә, китап кәштәләрен тәртипкә килтерә һәм саңдан таҙарта. Ә егеттәр, башлыса, мәктәп участкаһында эшләй: түтәлдәр ҡаҙа, сүп утай, һыу һибә. Эш ваҡыты көнөнә ни бары бер сәғәт. Уҡыусыларға хеҙмәт хаҡы эшенә ҡарап түләнә. Уның күләме 8 көнгә яҡынса бер мең тирәһе. Һәр бригадаға бер уҡытыусы беркетелгән. Тап улар балаларҙың нимә һәм нисә сәғәт эшләгәнен табелгә теркәп бара. Был балалар ҙа каникулдарын файҙалы үткәрергә ниәтләнгән. “Экологично” тип аталған проект сиктәрендә егет-ҡыҙҙар кешеләргә сүп-сарҙы сорттарға бүлеү тәртибен өйрәтәсәк. Шулай итеп, улар үҙҙәренең белемен дә арттыра, тәбиғәткә файҙа килтерә һәм аҡса ла эшләй. Өфөнөң мәшғүллек үҙәгендә лә эш эҙләп килгән йәштәрҙе осратырға мөмкин. Интернетта эш тәҡдим итеүселәр күп, әммә үҙәктә генә ышаныслы вакансиялар табырға мөмкин, ти егеттәр. Әммә ойошмалар уҡыусыларҙы эшкә алып бармай тиерлек, сөнки ҡанун яғынан сикләүҙәр күп. Шулай ҙа балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү теләге булған етәкселәр ҙә юҡ түгел.
Читайте нас: