Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2019, 13:55

Уҡырға инеү өсөн аҡса һораған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында эшләүсе 24 йәшлек ир-егет 200 мең һум ришүәт алырға уйлаған. Тик был ниәте барып сыҡмаған, уны ҡулға алғандар.

Быйыл яҙғыһын ул үҙенең бер танышының ҡыҙын институтҡа уҡырға индерәм, тип ышандырған.

"Мин ҡабул итеү комиссияһында эшләйем", - тип тә шапырынған. Был һүҙе, әлбиттә, дөреҫлеккә тап килмәгән.

Ҡыҙҙы студент итер өсөн, ул 200 мең һум аҡса һораған. Әлеге сумманың яртыһын алған ваҡытта, уны полиция хеҙмәткәрҙәре эләктергән. Тиҙ генә байымаҡсы булған ир-егетте эшенән ҡыуғандар. Ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: