Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2019, 13:10

Яман сиргә ҡаршы "ҡоралланып"...

Республикала 2024 йылға тиклем “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 13 онкология амбулатор ярҙам үҙәге булдырыласаҡ.

Уларҙың дүртәүһен быйыл уҡ асыу планлаштырыла. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.

Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Был маҡсатҡа триллион һум самаһы йүнәлтеү планлаштырыла. Сумманың ҙур өлөшө ил халҡын халыҡ-ара клиник кәңәштәргә һәм дауалау протоколдарына ярашлы заманса дарыу препараттары менән тәьмин итеүгә тотоноласаҡ.

“Башҡортостанда 13 онкологик амбулатор ярҙам үҙәге асыу ҡаралған. Улар район-ара онкологик үҙәктәр ҡарамағында булдырыла. Быйыл Өфөлә, Күмертауҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа асабыҙ”, – тине Максим Забелин.

Уның һүҙҙәренсә, Республика онкология диспансерында поликлиникалы яңы палата корпусы индереләсәк, ул тикшерелергә килгән пациенттар өсөн шарттарҙы яҡшыртыу мөмкинлеген асасаҡ.

“Шулай уҡ сирлеләрҙе махсус дарыуҙар менән тәьмин итеүгә бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Был һан үткән йылдарҙа 300 миллион самаһы ине”, – тип белдерҙе Максим Забелин.

Өҫтәүенә Республика балалар клиник дауаханаһын реконструкциялау ҡаралған. “Балалар онкологияһы һәм гематологияһы корпусы төҙөргә планлаштырабыҙ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был проектты шәхсән контролдә тота. Төҙөлөштө 2020-2021 йылдарҙа башларға ниәтләйбеҙ”, – тине министр вазифаһын башҡарыусы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: