Дим буйҙары
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2019, 13:44

Законһыҙ рәүештә субсидия алған

Бишбүләк төбәк-ара суды “Октябрь” хужалығының элгәре 40 йәшлек етәксеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Ул Рф Енәйәт кодексының 159.2 статьяһы 4 өлөшөндә (түләүҙәр алғанда мошенниклыҡ), РФ ЖК 160 статьяһы 4 өлөшөндә (урлау) ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле, тип табылды.

Судта билдәләп үтелеүенсә, 2016 йылда ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе республика Ауыл хужалығы министрлығына эшмәкәр менән килешеү һәм етештереү биналарына капиталь ремонт тяһау тураһында башҡа документтар тәҡдим иткән. Ысынында, төҙөлөш эштәре агрофирманың үҙ көсө менән башҡарылған.

Һуңынан кооператив ялған документтар нигеҙендә, бюджеттан 3 млн. Һумдан ашыу субсидия алған. Уның бер өлөшөн, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыусыларҙан кергән тағын 4 млн һумдан ашыу аҡса, ғәйепләнеүсе әлеге коммерсантты өсөнсө заттарға тапшырыу өсөн күсергән. Шулай итеп, предприятие рәйесе аҡса туҙҙырыуға юл ҡуйған.

Ғәепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен танымаған.

Суд уны 3 йыл 6 айға һынау ваҡыты менән шартлы рәүештә 4 йыл 6 айға ирегенән мәхрүм иткән. Прокуратура билдәләгән язаның йомшаҡ булыуы сәбәпле, хөкөм ҡарарына ҡарата ялыу бирергә теләй.

Павел Цынаев,

Райн прокуроры урынбаҫары, 1 класслы юрист.
Читайте нас: