Йыл һайын республикала алкоголь һәм уның суррогаттары менән ағыуланып, 13-18 мең самаһы кеше үлә. Ә Рәсәйҙә 500 меңгә яҡын кеше һәләк була. Бөтә үлем осраҡтарының 24 проценты шул эскелек арҡаһында.
Бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр алкоголизмы артыуы хәүефләндерә. Теләһә ниндәй алкоголь менән ағыуланған организм сәләмәт тоҡом ҡалдыра аламы? 2013-2014 йылдарҙа Башҡортостанда алкоголь менән ағыуланып, 33 бала яҡты донъя менән бәхилләшкән: 2013 йылда - 19, 2014 йылда – 14 бала үлгән. Ҡот осҡос статистика!
Һуңғы йылдарҙа был замана афәтенә ҙур иғтибар бүленә, төрлө акциялар, рейдтар һәм тикшереүҙәр үткәрәлә, эскелекте кисектереүсе закондар ҡабул ителә. Уларҙың емештәрен тытырға яҙһын, халҡыбыҙ ҡырылмаһын.