Дим буйҙары
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июнь 2019, 01:05

Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты

Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты» дүләт бюджет учреждениеһы) — үҙенә генә хас хирургик технологияларын һәм дауалау методтарын әҙерләү, офтальмохирургия өлкәһендәге донъялағы иң яҡшы технологияларҙы ғәмәлдәге һаулыҡ һаҡлау эшендә камиллаштырыу һәм ҡулланыу менән шөғөлләнеүсе республиканың алдынғы фәнни-тикшеренеү учреждениеһы.

Институт үҙ башланғысын 1900-сө йылдарҙа Императрица Мария Фёдоровна һуҡырҙарҙы бағыусы учреждениеһының Өфө бүлеге ойошторған Өфө күҙ дауаханаһынан ала. Асылған дәүерҙә уның ҡарамағында 4 койка булған. Дауахана түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәткән, дарыу һәм пособиелар алыу өсөн ауырыуҙарҙың үҙҙәренә лә хәлдәренән килгәнсә булышлыҡ итергә тәҡдим яһалған. Дауахана Өфө урамындағы (хәҙер Чернышевский урамы), 91-се йортта урынлашҡан булған.

1925 йылға койкалар һаны 100-гә еткән. Шул йылда институт хәҙерге урынына, Пушкин урамындағы 90-сы йортҡа, күсерелгән.

1926 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты (Наркомздрав) Коллегияһы ултырышында 1926/27 йылдарға производство планы раҫлана. Өфө ҡалаһында Трахматоз институты асыу тураһындағы Постановление был ултырышта айырым пункт булараҡ ҡарала. Артабан архив документтарынан күренеүенсә, «СССР Халыҡ комиссарҙары советының (Совнарком) 1926 йылдың 15 ноябрь күрһәтмәһенә нигеҙләнеп, Өфө күҙ дауаханаһы Башҡортостан фәнни-тикшеренеү трахоматоз институты» тип үҙгәртеп ҡоролған.

Әйҙәүсе ғалим-офтальмолог, Мәскәүҙең 1-се медицина институты профессоры, Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Виктор Петрович Одинцов институттың тәүге фәнни етәксеһе һәм ойоштороусыһы булған; артабан ул 1938 йылға саҡлы 1-се медицина институтының күҙ клиникаһы етәксеһе лә була. Институтты ойоштороуға шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау Халыҡ комиссары Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов та ҙур өлөш индергән; уның тырышлығы менән институт Германиянан һатып алынған офтальмологик ҡорамалдар һәм медицина инструментарийы менән йыһазландырылған.

1985 йылда «Йәшел ҡулҡы» («Зелёная роща») микрорайонында йылына 50 мең кеше ҡабул итә алырлыҡ консультация поликлиникаһы, 180 карауатлы стационары булған Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының (УНИИ ГБ) яңы корпустары эксплуатацияға индерелгән

2007 йылдан институт аппараттар, дауалау саралары эшләп сығарыу, күҙ ауырыуҙары хирургия технологиялары буйынса инновацион проекттарҙы планлаштыра һәм тормошҡа ашыра. Оҙайлы перспективаға иҫәпләнгән инновацион проекттарҙы эффектив тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән инфраструктур мөхит ойошторолған. Бының алдынан яңылыҡ таба һәм тормошҡа ашыра алған һәләтле белгестәрҙе эҙләү, һайлап алыу һәм тикшеренеүгә йәлеп итеү кеүек эш алып барылған.

Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты ысын мәғәнәһендә региондың төп офтальмологик үҙәге тип атала. Институт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы халҡына ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы халҡына ла — көн һайын 76 мең кешенән артыҡ, шул иҫәптән 16 мең балаға — консультатив ярҙам күрһәтә. Тик һуңғы 5 йылда ғына 450 меңдән артыҡ пациент консультация алған, йыл эсендә уҙғарылған операциялар һаны 3 тапҡырҙан да артҡан (2011 йылда 28 меңдән артыҡ операция, шул иҫәптән 2 меңгә яҡын операция — балаларға яһалған), ә бына ижтимағи ауырыуҙар буйынса: катарактаға — 11 тапҡырға, селтәр ҡатлауына (сетчатка) — 6 тапҡырға күберәк операциялар яһалған. Стационарҙы алмаштырған технологиялар бүлеге асылған.

Фундаменталь тикшеренеүҙәр, заманса хирургик технологиялар, хеҙмәт интенсификацияһы, белгестәр һаны бер төрлө ҡалған саҡта ла, операциялар һанын 2006—2011 йй. 135 меңдән арттырыуға килтергән.
Читайте нас: