Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
21 Июня 2019, 06:50
Ҡалаларҙың "тупһа"һы яңыра
Стәрлетамаҡ агломерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырыла.
Добавить в предпочтительные источники Google
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты белгестәре эш сәфәре менән Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары һәм ҡалаларында булып, милли проектҡа ярашлы юл эштәренең барышын ҡараны.
“Бында “А-1” маркалы яңы асфальт һалына, ул юғары сифатлы, – тип билдәләне комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов Стәрлетамаҡтағы Пантелькин урамындағы эштәрҙе тикшергәндә. – Милли проектҡа ярашлы, ҡалала быйыл 13 юл ремонтланасаҡ”.
Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡтың Ырымбур, Стәрлебаш, Өфө тракттарын, Гайдар, Сазонов, Кошевой, Вокзал урамдарын, “Каустик” туҡталышында ер аҫты үткәүелен төҙөкләндереү ҡаралған. Ҡалала шулай уҡ 26 светофор объекты, юл билдәләре, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәйәсәк өс камера, кәртәләр ҡуйыласаҡ.
Стәрлетамаҡ, Ишембай юлдарының 74 участкаһын ремонтлау өсөн “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы 513 миллион һум аҡса бүленгән.
Салауат ҡалаһында Калинин, Ленин, Салауат Юлаев, Бекетов урамдарын төҙөкләндереү планлаштырыла.
Быйыл шулай уҡ Стәрлетамаҡ – Раевка юлы ремонтланасаҡ. Стәрлетамаҡ агломерацияһы юлдарына өс яңы камера, 77 юл билдәһе ҡуйыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"