Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2019, 00:58

Мәшһүр "Урал-батыр" эпосы

Ишембай районында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика йәш сәсәндәр бәйгеһе булып үтте.

Башҡортостандың 33 районынан йыйылған 200-ҙән ашыу бала бәйгелә бөйөк эпосты һөйләү оҫталығы буйынса көс һынашҡан. Был мәртәбәле конкурста Ҡаныҡай урта мәктәбе уҡыусыларынан Айрат Батраев, Лена Солтанова, Камилла һәм Милана Ишмөхәмәтовалар район данын яҡлаған. Башҡорт теле уҡытыусыһы сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова етәкселегендә улар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтеп, мәшһүр эпостан өҙөк ятлаған. Мәҫәлән, Камилла Ишмөхәмәтова былтыр әҫәрҙән 700 юл ятлаған булһа, быйыл 1.500 юл ятлаған.

Йыйынға килгән фольклор коллективтары тәүге көндә “Урал батыр” һәм башҡа башҡорт халыҡ ижады өлгөләренән өҙөктәр сәхнәләштерһә, икенсе көнөнә барлыҡ ҡатнашыусылар Торатау итәгендә булған.

Йәш сәсәндәр бәйгеһенең еңеүсеһе кем тиһәгеҙ, был юлы бәхет Күмертау ҡалаһының 3-сө лицей уҡыусыһы Гөлназ Үтәгәноваға йылмайған.

Ләйлә Ғүмәрова.


Читайте нас: