Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2019, 14:21

Совет ултырышында – экология темаһы

Кисә баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы уҙҙы.

Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм округтағы башҡа етәкселәр, Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Сергей Ястребов, Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров ҡатнашты.

Совет ултырышы экология темаһына арналды. Айырып әйткәндә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, экологияға зыян килтергән объекттарҙы бөтөрөү, Волга йылғаһын “һауыҡтырыу” мәсьәләләре ҡаралды.

“Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү үтә мөһим мәсьәлә булып тора. Һәм унда ниндәйҙер проблемалар, етешһеҙлектәр килеп сыҡһа, халыҡ араһында киҫкен реакция тыуыуы, социаль көсөргәнешлек барлыҡҡа килеүе ихтимал, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров. – Шуға күрә ошо йәһәттән аныҡ эшләргә, бар проблемаларҙы ваҡытында хәл итергә кәрәк. Был – дәүләт башлығы билдәләгән мөһим бурыс. Сүплектәрҙе бөтөрөү, улар урынлашҡан биләмәләрҙе рекультивациялау, ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеү өсөн шарттар тыуҙырыу – мәсьәләне хәл итеүҙең төп юлдары".

Радий Хәбиров был йәһәттән Башҡортостан тәжрибәһе, башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар тураһында сығыш яһаны. Шулай уҡ экологик мәҙәниәт булдырыу, экологик тәрбиә биреү мәсьәләләренә ныҡлы туҡталды.
Читайте нас: