Эшлекле форумда Австрия, Иордания, Франция, Төркиә һәм башҡа дәүләттәрҙән ҡунаҡтар бар.
Сараны асып, республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайҙа һуңғы осорҙа экологик йәһәттән ауырлыҡтар булһа ла, ҡала халҡының бирешмәүен, республиканың уларҙы яңғыҙ ҡалдырмауын билдәләне.
Форумдың тап Сибайҙа үтеүе лә осраҡлы түгел. Төбәктә эшлекле мөхит булдырыу, туризмды үҫтереү, экология мәсьәләһен яҡшыртыу – көн үҙәгендә торған төп бурыстар.
Сараны ойоштороусыларҙың береһе Андрей Назаров: “Бында эшләргә, үҙ кәсебен йәйелдерергә теләгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырылырға тейеш”, – тип белдерҙе.