Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2019, 13:09

Башҡортостан менән Татарстан уртаҡ проекттар хаҡында килешә

Бөгөн Сибайҙағы I Инвестицион һабантуйҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров Татарстан Премьер-министры урынбаҫары Роман Шәйхетдинов менән осрашты.

- Беҙҙең ниәт – Татарстандағы хеҙмәтәштәребеҙ менән актив эшләү. Татарстан Президенты ла шундай позицияла. Һанлашырыу өлкәһендә һеҙ етди аҙым яһағаһығыҙ. Беҙ бөгөн уртаҡ проекттарҙы тикшерҙек. Алда күп эш көтә, - тине Радий Хәбиров.

- Туғандаш халыҡтар, күрше республикалар, беҙ бергә күпте эшләй алыр инек. Иҡтисад структураһы ла өлөшләтә киҫешә. Һанлы проекттарҙы, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү проекттарын башлау мөмкинлектәрен билдәләрбеҙ, уларҙан башҡа пландарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Уларҙы бергә әҙерләргә әҙербеҙ, - тип яуапланы Татарстан вице-премьеры.

Радий Хәбиров "Башнефть" компанияһының иҡтисад һәм финанстар буйынса вице-президенты вазифаһын башҡарыусы, компанияның финанс директоры Ирек Бәҙретдинов менән осрашыуҙа компанияның уртаса ваҡытҡа иҫәпләнгән инвестицион програмаһын һәм Башҡортостанда эре инвестицион программаларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Читайте нас: