Рәсәй компаниялары аҡсаны законһыҙ рәвештә ү:ләштереүҙәрҙән, ришүәтселектән зарлана икән.
Законлы эшсәнлеккә йәиһә бүтән төр хеҙәттәргә аяҡ салыу, законһыҙ рәүештә юридик берәмек булып теркәлеү, һалым түләмәү, алдау юлы менән банкротлыҡ иғлан итеү, законһыҙ рәүештә иҫерткес эсемлектәр етештереү-һатыу, ялған аҡсалар яһау-әйләнешкә индереү кеүек һәм башка енәйәттәр өсөн былтыр 7 мең 700 кеше хөкөм ителгән. Был һан, өсөнсө йылдағы менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк.
Былтыр законһы: рәүештә иҫерткес эсемлектәр етештергән-һатҡан өсөн 562 кеше хөкөм ителгән, дөрөҫ, уларҙың береһен дә төрмәгә ултыртмағандар. Үткән йылда, шулай уҡ, балиғ булмағаннарға ҡарата ҡылынған енәйәттәр һаны артҡан.
Дөйөм алғанда, Рәсәй:ә уҙған йылда барлығы 658 мең 200 кеше хөкөм ителгән. Статистика күрһәтеүенсә, иң күп енәйәт Мәскәүҙә эшләнә.