Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
27 Июня 2019, 12:10

Йәштәр - беҙҙең киләсәк

“Вектор” йәштәр үҙәге районда йәштәр менән әүҙем эш алып бара. Алена Семенова етәкселегендәге ойошмала 18 кеше эшләй. Шуларҙың 11-е йәштәр менән эшләү буйынса белгес, шулай уҡ бухгалтер, кадрҙар буйынса белгес, машина йөрөтөүсе, педагог ойоштороусы, социаль педагог һәм йәмәғәтселек менән эшләү буйынса белгес.

Социаль педагог Сирена Минеярова профилактик лекциялар, тренингтар, тест, анкета тултырыу, ьөркөм һәм индивидуаль консультациялар үткәреү менән шөғөлләнә. Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияла, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә тороусы балалар менән профилактик эш алып бара.

Педагог-ойоштороусы Әлфиә Уканееваның эше – төрлө йүнәлештәр буйынса саралар, акциялар, конкурстар ойоштороу һәм үткәреү, республика һәм төбәк форумдарында, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыу өсөн район йәштәрен йәлеп итеү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу.

Йәмәғәтселек менән бәйләнеш белгесе Галина Кудряшова вазифаларына “Рәсәй йәштәре” һәм “Рәсәй ирекмәндәре” системаларында эшләү, йәғни районда буласаҡ саралар тураһында мәғлүмәт урынлаштырыу тора. Волонтерлыҡ иҫәптәре буйынса эште алып барыу, дөйөм мәғлүмәт сараларында баҫтырып сығарыу.

“Вектор” йәштәр үҙәге “йәш армиясы” Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, “Башҡортсотан пионерҙары” Республика балалар ижтимағи ойошмаһы һәм “Еңеү волонтерҙары” Бөрә Рәсәй ижтимағи хәрәкәте эшенә кураторлыҡ итә. Йәштәрүҙәге ҡаршыһында “Батырлыҡ” хәрби-патриотик клубы эшләй (тренер уҡытыусы Николай Петров).

Йәштәр үҙәгенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәре лә район спорт, патриотик сараларҙы, фестивалдәрҙе ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә актив ҡатнашалар.

“Вектор” йәштәрүҙәге коллективы райондың йәштәрен Рәсәй йәштәре көнө менән ҡотлай. Тормош юлығыҙҙың иң яҡшы йылдарын күңелле, актив, мауыҡтырғыс итеп, бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр саҡтағыса барыһына ла өлгөрөргә, үҙ көсөнә ышанырға, уңышҡа ирешергә һәм үҙ хыялдарын тормошҡа ашырыуҙарын теләйбеҙ.

Әлфиә Уканеева,

“Вектор” йәштәр үҙәге педагогы-ойоштороусы
Читайте нас