Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2019, 15:11

Демография" уҡырға саҡыра

“Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарға ярашлы, өлкән быуын вәкилдәренең мәшғүллеген тәьмин итеү, уларға яңы мөмкинлектәр тыуҙырыу йәһәтенән республикала төрлө яҡлы эш алып барыла.

Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында июль башынан үҙенсәлекле курстар ғәмәлгә индерелде: пенсия йәшенә етеп килгәндәр өсөн Ворлдкиллс халыҡ-ара стандарттары буйынса өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла башланы.

Был эш “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы ойошторолдо. Уҡыуҙар бушлай алып барыла.

“Өҫтәмә һөнәри белем өлкән йәштәгеләргә яңы мөмкинлектәр асасаҡ, уларҙың мәшғүллеген тәьмин итәсәк. Был һәр йәһәттән отошло, тәү сиратта йән һәм тән сәләмәтлеге өсөн”, – ти ойоштороусылар.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в