Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2019, 22:39

“Ғаилә” мохтаждарға ярҙам күрһәтә

Бөгөнгө заманда ғаиләнең тормошо бик тиҙ үҙгәреүсән, төрлө ваҡиғалар менән тулы, һәм ҡайһы берҙә көндөң нисек уҙып киткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың.

Һәм киске табын артына барлыҡ ғаилә йыйыла, көндөң нисек үтеүе тураһында һүҙ алып бара. Әммә барлыҡ ғаиләләр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киске аш мәлендә ҡунаҡ бүлмәһендә эскерһеҙ һөйләшеүҙәр алып бара алмай.

“Ғаилә” Көнбайыш төбәк-ара үҙәге Дәүләт бюджет учреждениеһының Бишбүләк районы буйынса бүлексәһе 2017 йылдың октябрендә асылған. Етәксе Надежда Герольдовна Сидорова. Уның төп маҡсаты – ғаилә именлеген һәм социаль етемлекте профилактикалау, бының өсөн социаль оҙатыу технологияһы индерелә: ғаилә ининститутын, яуаплы ата-әсәлекте үҫтереү һәм нығытыуҙа ярҙам итеү, шулай уҡ социаль хеҙмәт күрһәтеүгә мохтаж тип танылған граждандарға социаль-хоҡуҡи, социаль-психологик, социаль-педагогик һәм ашығыс хеҙмәт күрһәтеү. Уның хәл итә торған бурыстары шаҡтай. Дәүләт һәм муниципаль органдар, ижтимағи берләшмәләр менән берлектә социаль хеҙмәт күрһәтеүгә мохтаж булған ғаиләләрҙе һәм айырым граждандарҙы асыҡлайҙар. Өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы психоневрология интернатына һәм дөйөм типтағы интернаттарға стационар хеҙмәт күрһәтеүгә ярҙам итәләр, йәйгеһен тормош хәле ауыр булған ғаиләләрҙәге балаларҙы лагерҙарға ебәрелә.

Ошо көндәрҙә “Ғаилә” бүлексәһенә Бишбүләк ауылында йәшәүсе Диана Яковлева дүрт айлыҡ ҡыҙы Эленаны пропискаға индереүҙә, балалар пособиеһын алыуҙа, балаға СНИЛС рәсмиләштереүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән Бүлексә ғаиләне оҙатыуға алды. Ҡабул итеүҙе ғаилә менән эшләү белгесе Лидия Сәлмәнова алып барҙы, ул балалар баҡсаһына сират алыу, субсидия алыу буйынса үтенес менән мөрәжәғәт итте. Педагогик белемде арттырыу буйынса бик күп әңгәмә үткәрелде, психологик ярҙам күрһәтелде. Диана Геннадьевна юрист консультацияһын алды. Уның эштәре яйға һалынды.

- Күрһәтелгән эштәрҙән бик ныҡ ҡәнәғәтмен. Хеҙмәткәрҙәр әҙәпле, тыңлай һәм кеше хәленә инә беләләр, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр. Уларға мөрәжәғәт итеп, ярҙам алыуыма шатмын. Башҡаларға ла ауыр хәлдә ҡалған осраҡта “Ғаилә” бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәм, һәм һеҙгә, һис шикһеҙ, ярҙам ҡулы һуҙасаҡтар, - ти Диана Геннадьевна.

Илшат Хәйретдинов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: