Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2019, 22:35

Башҡортостан халҡы баймы, ярлымы?

Һин баймы, әллә ярлымы? Белгегеҙ килһә, Башҡортостан кешеләренең 12,1 проценты ярлылыҡ сигендә йәшәй, ә 1,95 проценты үтә ярлылар рәтендә иҫәпләнә.

Бындай һығымтаны Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән кешеләрҙең килемдәрен иҫәпләгәс, “РИА Новости” аналитиктары яһаған.

Байлыҡ һәм ярлылыҡ күрһәткестәрен иҫәпләүҙең үҙ формулаһы бар: халыҡтың уртаса килеменә нисә тауарҙар һәм хеҙмәттәр тупланмаһы һатып ала алыу мөмкинлеге сағыштырыла. Был тупланмаға ит, колбаса, балыҡ, һөт ризыҡтары, икмәк, сәй, бакалея, кейем-һалым, аяҡ кейеме, дарыуҙар, коммуналь хеҙмәттәр һәм юл йөрөү хаҡы инә. Һин айлыҡ килемеңә ошондай нисә тупланма һатып ала алаһың? Тап ошо күрһәткес буйынса байҙар һәм ярлылар асыҡлана ла инде.

Шулай итеп, Башҡортостанда ул 1,54-те тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса беҙ илдә 29-сы урында.

Илебеҙҙәге иң бай кешеләр ҡайҙа йәшәй тип уйлайһығыҙ? Ямал-Ненец автономиялы округында икән. Улар уртаса айлыҡ килеменә 3,05 тупланма һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Икенсе урында – Ненец автономиялы округы (2,88) һәм өсөнсө урында – Чукотка автономиялы округы (2,38).

Иң ярлылар иһә Тыва республикаһында йәшәй. Уларҙың килеме был тауарҙар тупланмаһының ни бары 0,88-гә тиң өлөшөн ҡаплауға ғына етә.
Читайте нас: