- "Газпром" компанияһы, уйындарҙың генераль бағыусыһы булараҡ, 150 миллион һум аҡса бүлеп бирҙе. Рәсәй Спорт министрлығынан 15 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау алдыҡ, - тип билдәләп үтте йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Шулай уҡ, ведомство етәксеһе хәбәр итеүенсә, республика Камышлылағы Спорт әҙерлеге үҙәге төҙөлөшөнә һәм спорт йыһаздары һатып алыуға 3,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән.
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала "Кашҡаҙан" майҙансыҡтарын һәм паркын төҙөкләндереүгә 83 миллион һум аҡса бүлгән.