Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2019, 12:57

1 июлдән яңы закондар үҙ көсөнә инде.

Улар рәсәйлеләрҙең тормошоноң һәр өлкәһенә – ипотекаға, торлаҡ төҙөлөшөнә, транспортты ГЛОНАСС аппаратураһы менән йыһазландырыуға ҡағыла.

Пенсия

2019 йылдың июленән пенсия реформаһына тәү сиратта эләккәндәр – 1964 йылдың ғинуарында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар, 1959 йылдың ғинуарында тыуған ирҙәр ҡартлыҡ буйынса пенсияға сыға башлай.

Пособиелар

Инвалид бала һәм бала саҡтан I төркөм инвалиды тәрбиәләгән эшләмәүсе ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) һәм опекундарҙың (попечителдәрҙең) айлыҡ пособиелары элекке 5,5 мең һум урынына 10 мең һум тәшкил итәсәк.

Тауарҙарҙы маркировкалау

Хөкүмәт бойороғо менән 1 июлдән Рәсәйҙә сығарылған йәки сит илдән индерелгән аяҡ кейемдәрен маркировкалау буйынса эксперимент старт ала. Мотлаҡ маркировкалауға күсеү 2020 йылдың мартына тамамланырға тейеш.

Онлайн-кассалар индереү

1 июлдән онлайн-кассалар халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән барлыҡ ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар, ЕНВД һәм патенттар кеүек һалым режимдары бул- ған ялланма хеҙмәт ҡулланмаған сауҙа ойошмалары, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, ялланма эшсе тотмаған сауҙа автоматтары файҙаланыусы шәхси эшҡыуарҙар, йәмәғәт транспорты салонында йөрөү документтары һатҡан пассажир ташыусылар өсөн мотлаҡҡа әйләнә.

Кредиттар

1 июлдән ҡулланыусылар заемдары һәм кредиттары буйынса көнлөк процент ставкалары 1 процент менән сикләнә, йәғни йылына 365 проценттан арта алмай. Ҡулланыусылар кредитының тулы хаҡы күрһәткесен квартал һайын Үҙәк банк иҫәпләй.

Төҙөлөш

1 июлдән өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡларға тейешле торлаҡты проектлы финанслау тураһында закон көсөнә инә. Ошо ваҡыттан алып төҙөүсе төҙөлөш өсөн өлөшсөләрҙең түгел, ә үҙенең йәки заем аҡсаларын ҡулланасаҡ.

Ҡунаҡхана бизнесы

50-нән ашыу номеры булған барлыҡ ҡунаҡханалар 1 июлдән нисә йондоҙло булыуҙары тураһында таныҡлыҡлы булырға тейеш. Был таныҡлыҡһыҙ эшләү тыйыла. Таныҡлыҡ бирелгән көндән алып өс йыл дауамында ғәмәлдә ҡаласаҡ. Тау-саңғы трассалары һәм пляждарға бәйле лә шундай уҡ талаптар. Әгәр ҡунаҡхана үҙ рекламаһында бирелгән йодоҙҙар һанын күберәк күрһәтһә, уға административ штраф һалына.

Ипотека

31 июлдән ипотека каникулдары тураһында закон ғәмәлгә инә. Уға ярашлы, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм кредит буйынса түләүҙәрен тәьмин итә алмаған заем алыусы банктан түләүҙәрҙе ҡыҫҡартырға йәки ярты йылға тиклем ваҡытҡа туҡтатып торорға ҡуша ала. Туҡтатып тороу түләүҙе һуңлатыу булып иҫәпләнмәйәсәк һәм кредит тарихында сағылмаясаҡ. Әммә проценттар буйынса дөйөм сумма артасаҡ.

Транспорт

1 июлдән автобустарҙы, троллейбус-тарҙы, махсуслашҡан пассажир транспорт сараларын (М2 һәм М3 категориялы транспорт саралары), шулай уҡ хәүефле йөктәр ташыу өсөн тәғәйенләнгән N категориялы автомобилдәр ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS юлдаш навигацияһы аппаратураһы менән йыһазландырылырға тейеш.

Дәүләт һатып алыуҙары

1 июлдән дәүләт һәм муниципаль кәрәк-ярағы өсөн сит илдәрҙән индерелгән шараптарҙы алыу сикләнә. Был шараптарға, газлы шараптарға, ликер һәм емештәрҙән әҙерләнгән шараптарға ҡағыла.

Авиабәйләнеш

Рәсәй авиакомпанияларының Грузияға осоуҙары 8 июлдән туҡтатыла. Шул уҡ ваҡытта, Грузия авиакомпанияларының Рәсәйгә һауа транспорты осороуҙары ваҡытлыса сикләнә.
Читайте нас: