Мәғариф, медицина тармаҡтары биналары, полиция бүлексәләре, янғын частары, военкоматтар, һайлау комиссиялары, урындағы үҙидара органдары һ.б. – барыһында ла интернет селтәре буласаҡ. Дөйөм иҫәп – 2700-ҙән ашыу социаль әһәмиәтле объект, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетында.
Интернеттың тиҙлеге, бәйләнештең төрөнә ҡарап, секундына 10 – 100 Мбит буласаҡ. Эште уҙғарыу операторы быны аукцион һөҙөмтәләренә ҡарап билдәләйәсәк.
“Аукционды 2019 йылдың 19 июлендә үткәреү планлаштырылған. Контракттың башланғыс максималь хаҡы 2,5 миллиард һум тирәһе”, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
“Һанлы иҡтисад” милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: һанлы мөхитте норматив яйға һалыу, мәғлүмәт инфраструктураһы, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, һанлы технологиялар һәм һанлы дәүләт идаралығы. 2024 йылға тиклем проектты дөйөм финанслау күләме – 1,5 триллион һумдан ашыу.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан