Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2019, 12:29

Тиҙҙән яңы күпер аша елдерәсәкбеҙ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Воровский урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшөнә тәүге таш һалыуҙа ҡатнашты.

Проект буйыфнса ете терәүҙә яңы күперҙең металл ялғанмаһы урынлашасаҡ, унда автотранспорт хәрәкәте өсөн өс буйлы юл буласаҡ. Эштәр Салауат Юлаев проспектын киңәйтеү һәм иҫке күперҙе, шулай уҡ, Пугачев урамындағы юлды үҙгәртеп ҡороуға бәйле алып барыласаҡ.

Утыҙ бер ай дауам итәсәк төҙөлөштөң тәүге осоронда әлеге күперҙәр аша хәрәкәт һаҡланасаҡ. Эштәрҙең дөйөм хаҡы яҡынса 3,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Артабан хәрәкәтте яңы төҙөлгән күпер-ялғанмаға күсереү күҙ уңында тотола. Иҫке күпер бағаналарын нығытыу һәм ҡоролмаларын алыштырыу өсөн ябыласаҡ.

– Күптән түгел беҙ Өфө – Аэропорт автоюлын ремонтланыҡ. Барыһы ла бында тығындарға бәйле хәлне хәтерләй, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ транспорт ағымын тарайтмаҫҡа тигән бурыс ҡуйҙыҡ, шуға күрә Ағиҙел йылғаһы аша ике күпер араһында ялғанма төҙөүгә туҡталдыҡ. Тағын да шуныһы мөһим: “Росавтодор” менән һөйләшеүҙәрҙә беҙ был эшкә 2 миллиард һум бүлеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Күперҙәр төҙөү ҡыйбатҡа төшә. Уларҙы төҙөү һәм реконструкциялаү буйынса артабан да эште дауам итәсәкбеҙ.
Читайте нас: