Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2019, 18:45

Бишенде аша яңы күпер

Туймазы районындағы Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Бакалы төбәк юлында Бишенде йылғаһы аша күпер асылды.

Ремонт эштәре быйыл ғинуарҙа башланған һәм ул 15 октябрҙә тамамланырға тейеш ине.

Заманса техника һәм эште тәүлек әйләнәһенә ойоштороу уны ваҡытынан алда тапшырырға булышлыҡ иткән. Ныҡлы материалдарҙан төҙөлгән күпер 25 йыл хеҙмәт итәсәк, тип көтөлә.

Халыҡ яңы күпергә ҡыуанып бөтә алмай.

«Быйыл төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа 582 метр оҙонлоҡтағы 12 күпер төҙөкләндереләсәк һәм төҙөләсәк. Был максаттарға республика бюджетынан 850 миллион һум бүленгән. Дөйөм оҙонлоғо 1,3 километр булған 13 күперҙә ремонт бара, финанслау 190 миллион һум күләмендә бүленде», — тип хәбәр итә Юл хужалығы идараһы етәксеһенең Федераль программалары буйынса урынбаҫары Азамат Тайыпов.

Яңы һәм реконструкцияланыусы объекттар Дүртөйлө, Краснокама, Баймаҡ, Туймазы, Бәләбәй, Мәсетле, Иглин, Өфө, Баҡалы, Бөрө, Мишкә һәм Илеш райондарында урынлашҡан.
Читайте нас: