Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2019, 09:22

Йәшәргә яраҡһыҙ тораҡтар кәмейәсәк

Рәсәйҙең Тораҡ-коммуналь хужалыҡ фонды 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан граждандарҙы күсереү өсөн Башҡортостан Республикаһының финанс ярҙамы күрһәтеү тураһындағы ғаризаһын хупланы.

Был ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылыусы “Тораҡ һәм ҡала мөхите” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә эшләнде.

Башҡортостан әлеге фондтан 282,42 миллион һум аласаҡ. Берлектә финанслау тәртибендә төбәк 63,4 миллион һум өҫтәйәсәк. Әлеге сумма республиканың 10 муниципаль берәмлегендәге йәшәргә яраҡһыҙ 206 торлағынан 666 кешене күсереүгә йүнәлтеләсәк.

Әйткәндәй, Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә барлығы 2500-ҙән ашыу кеше йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡтан күсереләсәк.

Шулай уҡ, республикала 2019-24 йылдарҙа халыҡты йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программа раҫланған. Уның сиктәрендә мохтаж ғаиләләргә 923 фатир биреләсәк.

Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 1649,22 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән, Тораҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеү фонды саралары -1346,87 миллион һум, республика бюджетынан - 27,48, муниципаль берәмектәр бюджеттары аҡсалары - 247,87 миллион һум.

2008-16 йылдарҙа республикала халыҡты йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Фонд 9,17 миллиард һум аҡса бүлгән. Берлектә финанслау тәртибендә төбәк 10,04 миллиард һум өҫтәгән. Был аҡсалар йәшәргә яраҡһыҙ 14527 торлаҡ бинаһынан 40845 кешене күсерергә мөмкинлек биргән.

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;

#ВладимирПутин
Читайте нас: