Дим буйҙары
+12 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
15 Июля 2019, 16:06
«Ашығыс ярҙам» машиналары һатып алына
Республиканың ашығыс медицина ярҙамы быйыл 30 автомобиль һатып аласаҡ.
Уларҙың 27-һе — «В», өсәүһе — «С» категорияһына тура килә. Бының туралағы ҡарар бөгөн БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә мәлендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын үтәүсе Заксим Забелиндың докуладынан һуң ҡабул ителде.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңы техника ҡайтарыу бюджетты тулыландырыу сәбәпле рәсми документтарға өҫтәмәләр индереү тураһындағы бойороҡтан һуң мөмкин буласаҡ.
«Бының турала ҡарар ҡабул итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров
Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе докладына ярашлы, бөгөн республика халҡын 558 «ашығыс ярҙам» машинаһы хеҙмәтләндерә. Уларҙың 57,9% өс йылдан кәмерәк тотонолған, 9,3% — өс йылдан биш йылғаса, 32,8% — биш йәштән күберәк.
Максим Забелин Башҡортостан тағы ла 167 берәмек «B» һәм 30 берәмек «С» категориялы транспортҡа мохтаж тип белдерҙе.
Республиканың ашығыс медицина ярҙамына былтыр 138 автомобиль һатып алынды.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"