Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Июль 2019, 08:36

Башҡортостандан Алтайға ҡәҙәр

Билдәле булыуынса, ил Президентының ҡушыуы буйынса, милли проекттар паспорттарына спортты һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән эш-ғәмәлдәр, бурыстар ҙа индерелде.

Шуларҙың береһе тормошҡа ашырыла башланы: “Сәләмәт быуын. Башҡортостан – Алтай. БАЛ” автоуҙышына старт бирелде. Ул 29 июлгә тиклем барасаҡ.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, автоуҙышта ҡатнашыусылар Рәсәйҙең өс федераль округы һәм туғыҙ субъекты аша үтә. Маршрутҡа ингән ҡалаларҙа халыҡ менән осрашыу, “түңәрәк өҫтәл”дәр, фекер алышыуҙар уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостан сәләмәт йолалар биләмәһе булараҡ күрһәтеләсәк.

Сара барышында бай мәҙәни-танып белеү программаһы, республика халыҡтарының ҡыҙыҡлы йолаларын күрһәтеү планлаштырылған. Шул иҫәптән умартасылыҡҡа ҙур иғтибар бүленәсәк. Автоуҙыштың атамаһы ла тап ошоға бәйле – БАЛ.

Сараны Башҡортостан прокуратураһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Эске эштәр министрлыҡтары, “Берҙәм Рәсәй”ҙең, “Рәсәй терәге”нең урындағы бүлексәләре ярҙамында ойоштора. Маҡсат – йәштәрҙе илһөйәр, сәләмәт тормошҡа ынтылышлы итеп тәрбиәләү маҡсатында дәүләт, йәмәғәт институттарын, эшҡыуарҙарҙы берләштереү.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: