Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Июль 2019, 14:07

Иң бысраҡ төбәк ҡайҙа?

Рәсәйҙең иң таҙа һәм иң бысраҡ төбәктәрен атағандар.

“Рәсәйҙә сүп реформаһы һаман аҡһай. Реформа сиктәрендә ҡуйылған бурыстар үтәлмәй, – тигән “Йәшел патруль” идараһы рәйесе, РФ Росприроднадзор ҡаршыһындағы ижтимағи совет ағзаһы, экология һәм урманды һаҡлау проблемалары буйынса дөйөм рәсәй халыҡ фронтының мониторинг үҙәге эксперты Андрей Нагибин. – Төбәктәрҙә сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса технопарктар булдырыу урынына иҫке полигондарҙы сүп менән тултырыуҙы дауам итәләр. Уларҙы законлаштырыу өсөн төбәк операторҙары сортировка станцияларының муляждарын ғына эшләп ҡуя һәм улар иҫә сүп-сарҙың 10 процентын да эшкәртә алмай”.

Был өлкәлә Свердловск, Силәбе, Иркутск, Тула, Нижегород, Ырымбур өлкәләре, Красноярск һәм Байкал арты крайҙары, Якутстан “танылған”.

Рәсәйҙәр һауаның бысраныуына зарлана. Айырыуса Приморье, Иркутск, Һамар, Кемерово өлкәләре, Уралдың байтаҡ ҡына ҡалаларынан ялыуҙар килә.

Ә Рәсәйҙең иң таҙа төбәктәре исеменә Тамбов, Белгород, Курск, Магадан өлкәләре, Алтай крайы, Мәскәү ҡалаһы лайыҡ булган.
Читайте нас: